Йәмғиәт
23 Март , 07:20

Ҡымыҙ, кеүәҫ, кефир иҫертәме?

Баймаҡ районында бер водитель ҡымыҙ эскәндән һуң водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡаға. Әсегән тәбиғи эсемлектәр эскәндән һуң ҡасан руль артына ултырырға ярай һәм алкотестерға улар нисек тәьҫир итә – сағыштырып ҡарайыҡ.

Ҡымыҙ, кеүәҫ, кефир иҫертәме?Ҡымыҙ, кеүәҫ, кефир иҫертәме?
Ҡымыҙ, кеүәҫ, кефир иҫертәме?

Алкотестер Lydsto, рөхсәт ителгән алкоголь күләме 0,16 мг/л (≈0,3 промилле).
Ҡымыҙ (1 л).
Шунда уҡ: 0,213 промилле.
Кешенең хәле: еңелсә иҫертә, аҙаҡ баш ауырта.
Организмдан сығыу ваҡыты: 2,5–3 сәғәт.
Кеүәҫ (Квас 1 л)
Шунда уҡ: 0,221 промилле.
Кешенең хәле: асыҡ аң, еңелсә хәлһеҙлек.
Организмдан сығыу ваҡыты: 1 сәғәт.
Кефир (1 л).
Шунда уҡ: 0,075 промилле.
Кешенең хәле: айыҡ.
Организмдан сығыу ваҡыты: 25–30 минут
Һыра (2×0,355 л).
30 минуттан һуң: 0,513 промилле, иҫереү хәле.
Организмдан сығыу ваҡыты: тулыһынса 8 сәғәттән һуң.
Һығымта: ҡымыҙ мәкерле, юғары күрһәткестәр һәм оҙаҡ эффект бирә. Кеүәҫ организмдан тиҙ сыға, кефир – хәүефһеҙ. Ә һыра эсһәң, руль артына ултырыу ҡәтғи тыйыла.


Л. АЛТЫНШИНА, дәүләт автоинспекцияһы инспекторы.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас