

Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - район биләмәһендә яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороу. Һауа шарттарына бәйле ҡарҙың ҡапыл күпләп иреүе көтөлә. Шул сәбәпле түбәнерәк ерҙәрҙе ҡар һыуҙары баҫыуы, бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе ихтимал.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин үткәргән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды.
-Үткән аҙнала беҙҙә 1 янғын осрағы теркәлгән. Янғын сығыу сәбәптәре әле асыҡлана.
Хөрмәтле райондаштар! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам.
- йортта тәмәке тартмағыҙ;
- электр сымдарының, газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ;
- электр селтәренә артыҡ көс килтермәгеҙ;
- өйҙән сығып киткәндә электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ;
- ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ;
- балаларҙы өйҙә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- йортоғоҙҙа янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ.
Балаларҙың йыш ҡына ауыр йәрәхәттәр алыуы борсоуға һала. Был йәһәттән ата-әсәләрҙе, ял урындарын ойоштороусыларҙы иғтибарлы булырға, йәрәхәт алыуҙы иҫкәртеү буйынса профилактик саралар күрергә саҡырам.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - район биләмәһендә яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороу. Һауа шарттарына бәйле ҡарҙың ҡапыл күпләп иреүе көтөлә. Шул сәбәпле түбәнерәк ерҙәрҙе ҡар һыуҙары баҫыуы, бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе ихтимал. Район халҡын уяу булырға саҡырам. Бигерәк тә балаларға иғтибарлы булығыҙ, яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡан осраҡта 112 номерына шылтыратығыҙ.
Бөгөнгө кәңәшмәлә Кейекбай һәм Ҡыпсаҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙ отчеттары менән сығыш яһанылар, пландары менән таныштырҙылар. Шулай уҡ 28-се яңғын һүндереү бүлегенең 2025 йылдағы эшмәкәрлеге һәм 2026 йылға пландары буйынса отчет ҡаралды.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә социаль төркөмдә район етәксеһе Р. Абдуллин.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan