Йәмғиәт
17 Март , 07:05

Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе:

Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе:

-Райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса сығыштар тыңланыҡ.
Үткән аҙнала беҙҙә 1 янғын осрағы теркәлгән.

Хөрмәтле райондаштар, ут менән һаҡ булығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Юлдарҙың торошо даими контролдә – барлыҡ техника юлдарҙы киңәйтеүгә, ҡарҙан таҙалауға, боҙға ҡаршы материалдар һибеүгә йүнәлтелә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығарыу мәсьәләһе кәңәшмәлә даими ҡарала, был йүнәлештә “Эко-Сити” төбәк операторы менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Эт тешләүенә бәйле 1 мөрәжәғәт теркәлгән. Йорт хайуандарын (эттәр) тотоу ҡағиҙәләр үтәүгә иғтибар итеүегеҙҙе теләйем.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәренең 2025 йылға эшмәкәрлеге буйынса отчеттар ҡаралды. Кәңәшмәлә Ырғыҙлы ауыл биләмәһе башлығы үҙ отчеты менән сығыш яһаны, пландары менән таныштырҙы.
Ҡыйыҡтан ҡар, боҙбармаҡтар аҫылынып торған биналар эргәһендә үткәндә һаҡ булығыҙ. “Хәүефле урын”, “Бынан йөрөү тыйыла” тип киҫәткән билдәләргә, ҡуйылған кәртә таҫмаларына иғтибарлы булығыҙ, ундай биләмәләрҙе урап үтегеҙ. Шәхси хужалыҡтарҙа, ойошмаларҙа ҡыйыҡ баштарын ҡарҙан ваҡытында таҙартып тороу мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем!

 

Сегодня провел очередное оперативное совещание с руководителями районных организаций и главами сельских поселений.
Были рассмотрены вопросы об оперативной обстановке, эпидемиологической обстановке в районе.
За прошедшую неделю зафиксирован 1 пожар. Жителей района призываю строго соблюдать правила пожарной безопасности. Будьте осторожны с огнем! Продолжаются профилактические рейды по безопасности пожарной безопасности.
Активно ведётся работа по поддержанию дорог в безопасном состоянии в зимних условиях, вся техника направлена для расчистки снега, расширения проезжей части и обработки противогололедными реагентами. На совещании регулярно обсуждается вопрос своевременный вывоз твёрдых коммунальных отходов, ведутся совместная работа с региональным оператором Эко-Сити по данному вопросу.
Зарегистрировано 1 обращение по поводу укуса собакой. Хочу обратить внимание жителей на соблюдение правил содержания собак, проблему бездомных собак.
Были рассмотрены отчеты о деятельности администраций сельских поселений за 2025 год. На сегодняшнем совещании с отчетом и планами выступил глава сельского поселения Иргизлинский сельсовет.
Неустойчивый характер погоды с температурными перепадами также способствует образованию наледи и сосулек на крышах, навесах. Будьте осмотрительнее, проходя мимо зданий. Не игнорируйте оградительные ленты и таблички, предупреждающие об опасности схода снега, соблюдайте правила безопасности при очистки снега с крыш своих домов, проведении хозяйственных работ.
Всем плодотворной рабочей недели и хорошего настроения!

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Көн ҡаҙағында - юлдар, сүп-сар, йорт хайуандары һ.б.
Автор:
Читайте нас