

Сараның төп маҡсаты - административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн түләнмәгән штрафтарҙы юллау.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексына ярашлы, штрафты административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше штраф һалыу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң, 60 көн эсендә түләргә бурыслы. Штрафты күрһәтелгән ваҡытта түләмәгән өсөн Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, административ штрафтың күләмен ике тапҡыр арттырып түләтеү йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ, административ хоҡуҡ боҙоу эше буйынса ҡарар штрафтарҙы мәжбүри түләттереү өсөн суд приставтарына, пенсия фондына, эш урыны буйынса ебәрелә.
-Граждандарҙы административ штрафтарын ваҡытында түләргә саҡырам. Түләү тураһында квитанцияны Рәсәй эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә алып килеүҙәрен һорайбыҙ, - ти полиция начальнигы Р. Хөснуллин.