Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 11:35

Әлфиә Юлсурина нишләп урамда йоҡлаған?

Бер ваҡыт тышта уянып китеп, өйгә һуң ғына ҡайтҡанымды хәтерләйем. (Фотола халыҡ йырсыһының 2 йәшлек сағы. Атаһы һәм әсәһе менән).

Әлфиә Юлсурина нишләп урамда йоҡлаған?
Әлфиә Юлсурина нишләп урамда йоҡлаған?

Бала саҡ... Йылдар үткән һайын алыҫта ҡалған йылдар һағындырып иҫкә төшә. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина ла бала сағы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә риза.

"Бигерәк тә йәй көн буйы урамдан инә белмәй инек, - тип һөйләй яратҡан йырсыбыҙ. - Әсәйем мәҙәниәт хеҙмәткәре булғас, төрлө саралар, концерттар ойоштороп, һуң ғына ҡайта. Атайым да милицияла эшләгәс, йә төн уртаһында, йә иртән ҡайта. Ә беҙ балалар көноҙон урамда уйнайбыҙ.

Өләсәйем беҙҙән бер нисә йорт аша йәшәгәс, улар мине шундалыр тип уйлап, ярай, йоҡлап ҡайтһын, тип тыныслана. Ә мин урамдағы бурала йә утын араһында уйнап йөрөй торғас, арып шунда ойоп китәм. Бер ваҡыт тышта уянып китеп, өйгә һуң ғына ҡайтҡанымды хәтерләйем.

Шулай булһа ла, ныҡ, сәләмәт булып үҫкәнбеҙ".

Сығанаҡ: https://sterlibashevskierodniki-b.ru/articles/t-rl-n-n/2019-08-05/lfi-yulsurina-uramda-yo-lap-y-r-g-n-334644

Әлфиә Юлсурина нишләп урамда йоҡлаған?
Әлфиә Юлсурина нишләп урамда йоҡлаған?
Әлфиә Юлсурина нишләп урамда йоҡлаған?
Автор:
Читайте нас