Бер ураҙа айы... Эштән ҡайтышлай ураҙа тотҡан бер әхирәтем менән ауыҙ асырға тип магазиндан тәмлекәстәр алып торабыҙ.
Шунда торған бер ҡатын:" Ураҙаны кемдәрҙең гонаһы күп, шулар тота, минеке былай юҡ, шуға тотмайым..."-тимәһенме... Ниндәй "ҡыйыулыҡ"! Ураҙа тотоу аҡылы камил, бәлиғ йәшкә (ҡыҙҙарға - 9, малайҙарға-11-12) еткән һәр мосолманға фарыз. Рамаҙан айында ураҙа тоторға Ҡөрьән аяты менән Аллаһ Үҙе ҡушҡан! Ураҙалы булғас, һүҙ көрәштермәнек - Аллаһ Үҙе хөкөмдар, изге эш ҡылғанды ла, гонаһ ҡылыусыны ла күреп-белеп тора.
Аллаға шөкөр, тағы ураҙа айы... Ошо ай еткән һайын магазиндағы теге ҡатындың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. Кем гонаһлы икән?..
А. Ғарифуллина.