Шишмә районы буйынса полиция бүлексәһенә 66 йәшлек ханым ҙур күләмдә аҡса урланыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе 3 миллион һум тирәһе аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Тәүге шылтыратыу ҡатынға үҙен “социаль хеҙмәткәр” тип танытҡан ят номерҙан килгән. Ул пенсионеркаға уның хеҙмәт стажын анализлаған ваҡытта пенсияны корректлы иҫәпләү өсөн 3 йыл стаждың тулмауы тураһында әйткән. Был хәлде төҙәтеү өсөн ир кеше ҡорбанын үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен әйтергә һәм Пенсия фондына яҙылырға кәрәк тип ышандырған.
Был һөйләшеүҙән һуң ханымға, йәнәһе лә, “күп функциялы үҙәк хеҙмәткәренән” шылтыратыу булған. Ул пенсионеркаға ҡарата мутлашыу ғәмәлдәре башҡарылған, тип, имеш, тикшереү өсөн ҡатын менән хәүефһеҙлек хеҙмәте бәйләнешкә сығасаҡ тип белдергән. Тиҙҙән ҡатынға бәйләнешкә ялған хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре сыҡҡан һәм яһалма “юристы” ла эшкә йәлеп иткән. Артабанғы көндәр дауамында яман ниәт ҡороусылар ҡатынға илдәге мутлашыу факттары тураһында һөйләп, уның һаҡлыҡтағы аҡсаларының хәүеф аҫтында икәнлегенә ышандырғандар. Һөйләшеү барышында улар банктарҙың береһендә ҡатындың ҙур суммала аҡсаһы һаҡланыуы хаҡында белеп ҡалғандар.
Аферистарҙың инструкцияһына эйәреп, ҡатын Өфө ҡалаһындағы банк бүлексәһенә юл тотҡан. Ҙур сумма аҡса алырға иткән ҡатындан банк хеҙмәткәре был операцияның маҡсаты хаҡында ҡыҙыҡһынған һәм ханымдан туранан-тура уның бурҙарҙың йоғонтоһо аҫтында түгелме икәнлеге хаҡында һорашҡан.
Үҙенә көсләп тағылған сценарийға эйәреп, ҡатын аҡсаһын, йәнәһе лә, икенсе кредит ойошмаһына күсереп һалырға теләүен әйткән. Аҡсаларҙы ҡулына алғас, ул телелфон аша “юрисҡа” хәбәр итә. Бынан һуң шунда уҡ “белгес” уның өйөнә курьер киләсәгенә әйтеп, уға “һаҡлау өсөн” аҡсалары һалынған пакетты шуға тапшырырға кәрәклеген хәбәр итә. Шул кистә зыян күреүсе өйө янында таныш булмаған иргә аҡсалар һалынған полиэтилен пакетты тапшыра.
Үҙенең аферистарҙың ҡорбаны булыуын бары тик бурҙар бәйләнешкә сыҡмай башлағас ҡына төшөнә.
Әлеге ваҡытта был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бурҙар еңел аҡсалы булыу өсөн төрлө ысулдар ҡуллана. Хәләл аҡсаларыбыҙ бурҙар ҡулына эләкмәһен өсөн бик һаҡ һәм уяу булыу кәрәк. Телефонға килгән ят номерҙарға яуап бирмәгеҙ.
Т. Сәйфетдинова әҙерләне.