200 г эремсек, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалғы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май, 1 стакан он (160 грамм), 1 стакан шәкәр (180 грамм), ярты сәй ҡалағы сода, семтем генә тоҙ, тәменә ҡарап - йөҙөм кәрәк була.
Йөҙөм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ултыртып торабыҙ. Унан һыуын түгәбеҙ.
Табаҡҡа эремсек, йомортҡа, ҡаймаҡ һәм иретелгән аҡ майҙы һалып болғатабыҙ. Шул массаға шәкәр, сода, әҙ генә тоҙ өҫтәп, тағы бутайбыҙ. Әҙләп кенә ондо һала-һала, бутауҙы дауам итәбеҙ. Унан йөҙөмдө ҡушабыҙ.
Массаны бәләкәй формаларға (булмаһа, бер табаға ла мөмкин) бүлеп һалабыҙ (2/3 өлөшөн генә тултырырға, сөнки ҡабарасаҡ).
180 градуста алтынһыу төҫкә ингәнсе 25-30 минут бешерергә.
Ҡабарһын өсөн ярты сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) өҫтәргә мөмкин.
Табынға ҡаймаҡ йәки ҡайнатма менән бирергә була.