Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 14:25

Ташҡын, эт тешләү осрағы, район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше...

Бөгөн, 10 мартта, муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе  - район биләмәһендә яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороу. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, боҙ киткәндә йыл да хәүеф тыуҙырған ауылдарҙа алдан әҙерлек эштәре алып барыу мөһим.
Үткән аҙнала район биләмәһендә эт тешләүгә бәйле 1 осраҡ теркәлгән. Эт хужалары үҙҙәренең йорт хайуандары өсөн тейешле шарттар булдырырға, йәмәғәт урындарында йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәргә һәм тирә-яҡтағыларға зыян килтереүгә юл ҡуймаҫҡа бурыслы икәнен онотмаһын ине.
Кәңәшмәлә Байназар һәм Ғәлиәкбәр ауыл биләмәләре башлыҡтары отчет менән сығыш яһаны, пландары менән таныштырҙы. Шулай уҡ район мәҙәниәт бүлегенең 2025 йылдағы эшмәкәрлеге һәм 2026 йылға пландары буйынса отчеттары тыңланды.
Район хакимиәте структураһында кадрҙар үҙгәреше булды. Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илфат Әсхәт улы Ғәлин тәғәйенләнде.

Район хакимиәте башлығы яңы башланғыстарҙа уңыштар һәм район халҡына яҡшы кәйеф һәм уңышлы эш аҙнаһы теләне.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Автор:
Читайте нас