Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 10:15

Әсә. Яугир ҡатыны. Табип.

Район үҙәк дауаханаһының акушер-гинекологы Светлана Мансурованы районда ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығына иғтибарлы, ипле һүҙле булғаны, профессионализмы өсөн  хөрмәт итәләр.

Әсә. Яугир ҡатыны. Табип.
Әсә. Яугир ҡатыны. Табип.

Баҙал биҫтәһендә тыуып-үҫкән Светлана Иҫке Собханғол мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. 2015 йылда Иҫке Собханғол егете Ғәле Рафиҡ улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ике йәш йөрәктең мөхәббәте мәктәп эскәмйәһендә үк тыуған: йәш егет менән ҡыҙ һигеҙ йыл дуҫлашып йөрөгән, Светлана һөйгәнен бер нисә йыллыҡ хәрби хеҙмәттән көтөп алған.

2016 йылда ҡулына диплом алған йәш медик 2017 йылда гинекология буйынса интернатурала белемен камиллаштырғандан һуң, һөйгәне янына Амур өлкәһенә күсеп китә - Санкт-Петербургта Михайлов хәрби академияһын тамамлап, ике йыл инде Амур өлкәһендә хәрби частә хеҙмәт итеп йөрөгән Ғәленең донъяһы түңәрәкләнә.

Амур өлкәһендә хеҙмәт юлдарын башлаған Мансуровтар ғаиләһенә тиҙҙән оло шатлыҡ килә - тап шунда, Амур күге аҫтында ҡыҙҙары Йәсминә тыуа.

Ғаилә Екатеринославка тигән ҙур ҡасабала йәшәй. Ғәле гарнизонда хеҙмәт итә, оҙайлы булмаған командировкаларға сыға, ә Светлана Октябрь район үҙәк дауаханаһында эшләй. Йәштәрҙең ундағы һыуыҡ ҡыштарҙа ла, йәйге эҫе көндәрҙә лә бергә булған саҡтары, ҡыҙҙарының тәүге аҙымдары иң бәхетле мәлдәр булып иҫтә ҡала. Биш йылдан, 2022 йылдың ғинуарында, Ғәлене хәрби командировкаға оҙаталар. Бер ай әҙерлек үткәреп, тиҙҙән Украина яғына ебәрәләр.

-Ярты йыл үҙебеҙ генә йәшәнек тә, эмоциональ яҡтан ауыр булыу сәбәпле, ҡайтырға булдым. Отпуск алып ҡайттым да район үҙәгендә эш урыны белештем. Шулай итеп, район дауаханаһында хеҙмәтемде дауам иттем, - ти Светлана.

Шул ваҡыттан алып урындағы дауахана уның икенсе йортона әүерелә. Борсолоуҙарҙан Светлананы эше ҡотҡара. Дежур итеү, ниндәй һауа торошонда ла төнгө саҡырыуҙар, ҡатын-ҡыҙҙарға кәрәк һәм терәк булыу тойғоһо менән йәшәй.

-Миңә бәпес табыуҙы планлаштырыу, ауырға ҡалыуҙа килеп тыуған төрлө проблемаларҙы хәл итеү йәки, киреһенсә, ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу юлдарын һайлауҙа ярҙам итеү, енси юл менән күскән ауырыуҙарҙы һәм башҡа төрлө гинекологик сирҙәрҙе дауалау, профилактикалау һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр, - ти ҡатын-ҡыҙҙарға тынысландырғыс тауышы менән дә ярҙам иткән Светлана Айҙар ҡыҙы.

Күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ҡаһарманлыҡ” орденына лайыҡ                                                     булған Ғәле әле мөһим этапта - Санкт-Петербургтың абруйлы академияһында (МВО) ике айлыҡ курстар үтеп, квалификация күтәрергә ҡайтарылған. Ул яңы вазифаға - дивизия штабы начальнигы вазифаһына әҙерләнә.

Күптән түгел тейешле отпускыһында Светлана ҡыҙы менән Ғәле янына Санкт-Петербург ҡалаһына осрашыуға барып ҡайтҡан. Йәйҙән алып күрешмәгән ғаилә өсөн 10 көнлөк кенә сәфәр ҙә ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелгән: Эрмитажға, Ҡазан соборына, Петергофҡа һәм башҡа матур урындарға барғандар, бергәләшеп ифтарҙар ойошторғандар.

Йәсминәгә лә күнегәһе түгел, ул 6 айынан алып хәрби тормошҡа, алыҫ сәфәрҙәрҙә йөрөп өйрәнгән, юлда йөрөүҙәрҙе һәйбәт кисерә. Алыҫ аралар ғаиләһе өсөн бер нәмә лә түгел икәнен аңлаған Светлана ике тапҡыр Ростовҡа ла барып ҡайтҡан. “Йыл буйы күрешә алмаған саҡтар бар. Шуға иптәшем һуғыш булмаған тыныс урынға сыға алһа, Йәсминәне алам да сығабыҙ ҙа китәбеҙ”, - ти нәзәкәтле генә түгел, ҡыйыу йөрәкле лә Светлана.

Йәсминә – йәш ғаиләнең ғорурлығы. Әсәһенең күҙҙәрен һәм атаһының ныҡышмаллығын сағылдырған аҡыллы, тырыш ҡыҙыҡай 1-се класта белем ала. Бәләкәй булһа ла конкурстарҙа ҡатнаша, ҡул эштәре менән мауыға, яҡындары менән бергә бәлеш, торттар бешерә, китаптар уҡый, тәбиғәткә сыға, туғандары менән аралаша. Әсәһе уны кешелекле булырға, атаһы яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәтә. Йәсминә ата-әсәһе менән ғорурлана, киләсәктә әсәһе юлын һайлап, табип булырға, илгә файҙалы һәм кәрәкле кеше булып үҫергә теләй.

Светлана ҡыҙының атаһына булған йылы, яҡты мөнәсәббәттәрен һаҡлауға күп көс һала, һирәк булған шылтыратыуҙарында ла уларҙы күберәк һөйләштерә. Романтик күңелле хәрби хеҙмәткәр ҙә яратҡандарын ҡыуандырырға, бүләктәрен, сәскә бәйләмдәрен мөмкин тиклем йышыраҡ ебәртеп, кәләшенең күңелендәге болоҡһоуҙарҙы таратырға тырыша.

Табип булараҡ, Светлана Айҙар ҡыҙы гәзит уҡыусыларға үҙенең теләктәрен дә еткерҙе. “Үҙегеҙҙе яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләнең нуры, уны туплап тороусы үҙәге, өйҙөң йәме икәнлеген онотмағыҙ. Үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ, табипҡа күренегеҙ. Ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар, көҙөн-ҡышын “Тиҙ генә сығам да инәм”, тип еңел генә кейенеп йөрөмәгеҙ. Шунда уҡ һыуыҡ үтеп, ауырып китмәһәгеҙ ҙә, һыуыҡ төптән алырға һәм һуңғараҡ аяҡтан йығырға мөмкин. Дөрөҫ туҡланығыҙ, ит-май, тәмле-татлы ашауҙа сама белегеҙ. Һимереп киттем, тип ҡапыл ғына ҡаты диеталарға ултырмағыҙ. Саф һауала йөрөүҙең, әҙме-күпме физик күнекмәләр эшләүҙең файҙаһы тураһында онотмағыҙ”, - ти ул.

Мансуровтар Тыуған ил, халыҡ алдында изге бурыстарын намыҫлы үтәй – яугир Ғәле Рафиҡ улы Ватан һағында намыҫлы хеҙмәт итһә, табип Светлана Айҙар ҡыҙы милләт киләсәген хәстәрләй, һәр атҡан таң һайын ут эсендә йөрөгән тормош иптәшенең имен йөрөүен теләп, сабыр ғына осрашыуҙар көтә.

 

Автор: Ә. Юлсурина
Читайте нас