Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 15:15

«Әлдә балаларым бар», ти Әсә

Көнһылыу Мөхәмәтдинова – яугир ҡатыны. Ул тормош һикәлтәләрен сабыр үткән көслө рухлы, улдарын һөйөү һәм хәстәрлек менән солғап алған ҡыйыу ҡатын.

«Әлдә балаларым бар», ти Әсә
«Әлдә балаларым бар», ти Әсә

8 март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Көнһылыу Иҫке Монасип ауылында Хәлил Әхмәтгәрәй улы һәм Наилә Мөҙәрис ҡыҙы Буранбаевтарҙың ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә. Ағаһы Салауат Баҙал биҫтәһендә, апаһы Гөлирә Асҡарҙа үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтәләр. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет медицина колледжында фельдшер һөнәре алып сыҡҡан йәш белгес районға ҡайтып, педиатрия бүлегендә, аҙаҡ аптекала эшләй.

Бер-береһен табышҡан йәш парҙар - Салауат менән Көнһылыу 2019 йылда никахтарын, 2022 йылда туйҙарын үткәрә. Ғаиләнең оло һөйөнөсө булып 2 сентябрҙә тәүге улдары Нурислам донъяға килә. Яңы ғына шатлыҡ кисереп, ҡыуанып ҡына йөрөгән йәштәр иңен шом, ҡурҡыу, билдәһеҙлек тойғолары баҫа - 28 сентябрҙә Салауатты мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә алалар. Ул мәл төш кенә кеүек хәтерендә ҡала Көнһылыуҙың.

-3 айлыҡ ҡына баламды ҡәйнәм менән ҡайныма ҡалдырып, декабрь айында Ҡазанға Салауат эргәһенә 3 көнгә барып ҡайттым. Унан һуң Сызранға барып күрешеү бәхете лә булды. Ул ваҡытта улым ҡаты ғына сирләп, дауаханала ята инек. Салауат шылтыратҡан ваҡытта өйҙәге борсоуға һала торған хәлдәрҙе һөйләмәнек. Был юлы ла өндәшмәнек. Иртәнсәк дауахананан сығып, кискә мин Салауат янына юлланған инем. Салауат барлыҡ туған тейешле балаларға бүләктәр тейәп ҡайтарғайны, - ти Көнһылыу.

Артабан араларҙы һирәк була торған шылтыратыу минуттары бәйләй. Тәүге отпускыға ҡайтыу шатлығы, тағы айырылышыу сәғәттәре. 2024 йылда икенсегә әсәй булыу бәхетен татыған Көнһылыу янына Салауат ике аҙнаға ғына ялға ҡайтып китә.

“Үҙе ғаиләлә яңғыҙ үҫкәнгәме, гел дә “Нурисламды яңғыҙ итмәйек”, тиер ине. Малайҙарына исемде Салауат үҙе ҡушты. Нурсолтан улын ике аҙна күреп өлгөрҙө. Тәүге һәм һуңғы тапҡыр... 29 мартта - минең тыуған көнөмдә сығып китте һәм башҡа ҡайтманы...”, - ти, йәмле йәй айында йән өшөткөс хәбәрҙе ишетеп, йәшләй генә тол ҡалған Көнһылыу.

Салауаттың үлеме хаҡында 3 августа эвакуация ваҡытында үҙе лә яраланған “Кот” позывнойлы егеттең ҡатыны шылтыратып әйтә. Ковид ваҡытында әсәһен юғалтҡан ҡыҙ: “Ковид әсәйемде алды, һуғыш (әле мобилизация булмаҫ элек) яҡындарымды алмаһын инде”, тип теләгән саҡтарын хәтеренә төшөрөп, “аһ” итә һәм уйҙарынан ҡурҡа башлай.

Көнһылыу шулай ҙа яҡшыға юрай, өмөт итә. Тик Максим исемле егет менән һөйләшкәндән һуң ғына ул барыһын да аңлай.

“Батыр” минең ҡулда йән бирҙе. Эстән бик ҡанһыраған ине... Эвакуация ваҡытында үҙ хәлен һиҙенептер: “Минең документтарҙы кәҫәмә ныҡлап һалығыҙ”, тине”, - тип Көнһылыуҙың ҡайғыһын уртаҡлаша яугир.

Көнһылыу шул ваҡытта ярҙам иткәндәргә, Салауатты алып ҡайтҡанда һәр саҡ бәйләнештә булған ағайҙарға әле лә рәхмәтле. Салауатты тыуған көнөндә һуңғы юлға оҙаталар. Тормошоноң аҫты өҫкә әйләнгәндәй тойола Көнһылыуҙың. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәндер тол ҡалған ҡатын йөрәге, бер үҙе һәм Хоҙай ғына белә.

Ул ваҡыттағы Көнһылыуҙың хәл-торошо яҡындарын ярайһы уҡ хәүефкә һалған. “Ике йыл үткәс, иптәш ҡыҙҙар һөйләй ҡуйҙылар: “Бар, өйгә инегеҙ, Салауат үҙе сыға алмай” тип әйтеп һалғанымды белмәйем”, - ти өйҙә үҙен эш менән баҫҡан, уйҙары менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырышҡан Көнһылыу.

“Салауаттың ҡайҙа, нисек йөрөгәнен яҡшылап белмәнем, һөйләргә лә ярамай ине, буғай, үҙем дә артыҡ һорашманым. Бөрө, аҙаҡ Баймаҡ егеттәре менән бергә булғанын беләм. Ул егеттәрҙең ҡатындары менән әле лә бәйләнештәбеҙ, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп, хәлдәребеҙҙе белешеп йәшәйбеҙ. Бөрйәндән мобилизация менән ебәрелгән егеттәрҙең ҡатындары менән дә дуҫлашып, туғанлашып бөттөк, йыш аралашып торабыҙ. “Башҡортостан егеттәре” йырын ижад иткән Баймаҡ егете менән бергә хеҙмәт  иттеләр, ул да һуғыш ҡорбаны булды. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн ине. Балаларыбыҙға күрһәтмәһен”, тип доғаларын уҡып, теләктәрен теләп йәшәй ул бөгөн.

Һәр әсә балаларының бәхетле булыуын теләй, уларҙы арҡалы-яҡлаулы итеп үҫтергеһе килә. Көнһылыу ҙа шулай. “Хәҙер мин атай ҙа, әсәй ҙә. Балаларымды аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп тырышырға кәрәк буласаҡ. Улар атайҙарының кем икәнен белеп, ғорурланып үҫһендәр, тим. Нурсолтан теле асылғас та, “атай” тип әйтте. Атайҙарына оҡшап аралашыусан, ихластар, оялып тормайҙар. Салауаттың үҙе булмаһа ла, уның фотоһүрәте балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Тыңламай китһәләр, “Ана, атайығыҙ беҙҙе күктән ҡарап тора, ул һеҙгә йоҡларға ҡушты”, тиһәм, йүгереп фотоһы янына барып баҫалар. 3 йәшлек улым йоҡлар алдынан да бөтәбеҙгә лә тыныс йоҡо теләп, “бәү-бәү” тип һанап сыға ла, иң һуңынан “Атай тора”, тип ҡуя, күпмелер ваҡыттан “Атай, бәү-бәү” тип йоҡлап китә.

Атайыма, ҡәйнәм менән ҡайныма оло рәхмәтлемен. Улар һәр саҡ минең янымда. Ҡайҙа барһам да, балаларымды ҡарашалар, тәрбиәләүҙә ныҡ ярҙам итәләр. Малайҙарға бит ир тәрбиәһе кәрәк. Олатайҙары менән булғанда күңелем тыныс. Беҙ һәр саҡ бергә, юҡһыныуҙарыбыҙҙы бергә баҫабыҙ”, - ти янында терәк-таянысы булғанға шөкөр итеүсе Көнһылыу.

“Йөҙөңдән йылмайыу китмәй, кредиттарыңды, ипотекаңды ҡаплап бөткәнеңдер?” тип кешенең ҡыҙыҡһыныуҙарына иҫе китә Көнһылыуҙың. Ундай кешеләрҙең күңел хаҡында уйлап та бирмәгән хаяһыҙлығына, нахаҡ һүҙ йөрөтөүҙәренә, кеҫәһендәге аҡсаһын һанауҙарына башы етмәй уның.

Ул тәүҙәрәк зыяратҡа йыш йөрөй. Шулай итһә, рәхәт булып ҡалған кеүек тоя. Унан үҙен ҡулға алып: “Туҡта, балаларыңды кем ҡарар, артабан йәшәргә кәрәк”, тигән ҡарарға килә. “Әлдә балаларым бар, әлдә икәү улар”, тип йыуана. Руль артында йөрөгәндә лә күңеленә ятҡан йырҙар тыңлай, шулай ауыр уйҙарынан арына.

“Тегендә булһа ла, тормошомдо йәмләргә тырышты, күңелемде төшөрөргә юл ҡуйманы – сәскә, бүләктәрен ебәрттереп торҙо. Әле лә беҙ бергә һымаҡ. Ҡапыл ҡайтып инер һымаҡ... Ауырлыҡтар, аңлашыл-маусанлыҡтар килеп тыуһа, “Һин көслө бит, бөтәһен дә белеп, күреп тораһың, беҙгә юл күрһәт, юлдарымды ас”, тип әйтәм.

Салауат ихлас аралашыусан булды. Өҫтәүенә, ғәжәп хәбәрҙәр һалып та аптыратыр ине. Мәҫәлән, элекке һалдат кейеменең фуражкаһын кейеп ала ла, көҙгө алдына баҫып: “Перед вами - Герой России” тип честь бирер ҙә торор ине. Ул саҡта кем уйлаһын һалдат кейемен тағы кейергә тура киләсәген... Әйткәндәй, беҙгә иҫтәлеккә хәрби кейеме лә ҡалманы.

Башында йөрәк формаһында миңе бар ине. “Юғалһам, мине ошо миң буйынса эҙләгеҙ”, ти торғайны. Ысынға сыҡты, ул миңен ҡарарға тура килде.

Нурисламдың фотоһын сығартып алып, үҙе менән алып китте. Түш кеҫәһендә йөрөтөп, таушалып та бөткән ине. Һуңғы ялына ҡайтҡанында, “Минең менән бер-бер хәл булһа, улым тегендә ятып ҡалмаһын”, тип йәлләп, фотоһын ҡалдырып киткәйне”, - тип эске уй-кисерештәре менән уртаҡлашты Көнһылыу.

Яугир ҡатыны МХО-ға аҡсалата ярҙам итә. Салауаттың УАЗ-игын да яугирҙарға оҙаталар.Балалары ҙурая биргәс,  ирекмәнлек эше менән әүҙем шөғөлләнергә ниәт итә ул.

Һөйөклөһөнөң хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән Көнһылыу Мөхәмәтдинова яҡындары менән бергә Иҫке Собханғол мәктәбендә башланғыс кластар араһында “Сафта йөрөү һәм йыр смотры” конкурсын үткәреүгә ярҙам күрһәтһә, быйыл ул конкурс район күләмендә үтте. Салауат иҫтәлегенә арналған был конкурс традицияға әйләнеп китер, тип ышана.

Электрон форматта асылған “Геройҙар ере” исемле хәтер китабына ла Салауат тураһында мәғлүмәттәрен ебәргән. Уның хаҡында бөтә мәғлүмәт һәм фотоларҙы бер урынға туплап, папка эшләргә лә уйлай. Салауатының исеме халыҡ хәтерендә ҡалһын тип тырышҡан сабыр ҙа, батыр ҙа яугир ҡатыны Көнһылыуға рух ныҡлығы, күңел тыныслығы теләйек.

«Әлдә балаларым бар», ти Әсә
«Әлдә балаларым бар», ти Әсә
Автор: Ә. Юлсурина
Читайте нас