Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 09:50

Апрелдән кемдәргә арттырылған пенсия түләнә?

2026 йылдың 1 апреленән социаль пенсия 6,8% индексациялана. Социаль пенсиялар, һәр ваҡыттағыса, апрель айында арттырыла. Ул пенсионерҙың 2025 йылдағы йәшәү минимумы үҫеше нигеҙендә иҫәпләнгән. Тағы ла кемдәрҙең пенсияһы арта һуң?

Апрелдән кемдәргә арттырылған пенсия түләнә?
Апрелдән кемдәргә арттырылған пенсия түләнә?

2026 йылдың 1 апреленән социаль пенсия 6,8% индексациялана.

Социаль пенсиялар һәр, ваҡыттағыса, апрель айында арттырыла. Ул пенсионерҙың 2025 йылдағы йәшәү минимумы үҫеше нигеҙендә иҫәпләнгән. Тағы ла кемдәрҙең пенсияһы арта һуң?

Шулай уҡ 1 апрелдән граждандарҙың айырым категорияларын дәүләт пенсияһы менән тәьмин итеү күләме 6,8% арта. Улар иҫәбендә – саҡырыу буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» һәм «Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнгән граждандар, һынаусы лётчиктар һәм космонавтар, шулай уҡ радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары.

Дөйөм алғанда, ҡарар яҡынса 4,3 миллион кешегә, шул иҫәптән социаль пенсия алған 3,6 миллион пенсионерға ҡағыла. 2026 йылдың Социаль фонды бюджетында бының өсөн 44 миллиард һум самаһы ҡаралған.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Автор:
Читайте нас