Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 17:05

Райондашыбыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Шикле һылтанма аша инеп, райондашыбыҙ 40 мең һум самаһы аҡсаһын юғалтҡан. Ул хәүефле эстәлекле хәбәргә ышанған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә мәктәп уҡытыусыһы аҡсаһы урланыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Райондашыбыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккән
Райондашыбыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Шикле һылтанма аша инеп, райондашыбыҙ 40 мең һум самаһы аҡсаһын юғалтҡан. Ул хәүефле эстәлекле хәбәргә ышанған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә мәктәп уҡытыусыһы аҡсаһы урланыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Алдан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, популяр мессенджерҙа уға танышынан хәүефле эстәлектәге хәбәр килгән: “Сәләм. Бик йәл үҙен. Кисә үлгән булырға тейеш. Ҡара әле, бәлки, был исемлектә һинең таныштарыңдан тағы ла кемдер барҙыр”. Был хәбәргә һылтанма ҡушып ебәрелгән. Ҡатын унан аша инеп, исемлекте тикшереп ҡарарға булған.

Һылтанма аша үтеү менән уның телефонына автоматик рәүештә яман ниәт менән эш итеүселәргә ҡатындың смартфонына ҡырҙан тороп инеү мөмкинлеге биргән зыянлы программа (вредоносное ПО) урынлаштырылған. Бурҙар шунда уҡ ҡатындың банк карталарынан 40 мең һум тирәһе аҡсаһын урлағандар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына ҡатын үҙенең мутлашыусыларҙың (телефон аша эш итеүсе бурҙарҙың) ҡорбаны булғанлығын аңлай һәм был инцидент тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.

Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Полиция халыҡты уяу булырға һәм шикле һылтанмалар аша инмәҫкә саҡыра. Улар таныш булмаған кешеләрҙән килһә йәки уларҙа хәүефле мәғлүмәттәр булһа, айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Иң яҡшыһы ундай һылтанмалы шикле хәбәрҙәрҙе ебәреүселәр менән бәйләнешкә инеп, был хәбәрҙәрҙең хаҡмы, ялғанмы икәнлегенә ышанырға кәрәк.

Һаҡ булайыҡ! Телефондан килгән шикле һылтанмаларҙы асып ҡарарға тырышмайыҡ! Ят номерҙан шылтыратыусылар менән бәйләнешкә инмәйек!

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Фото: ИА «Башинформ» / архив

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас