Иҫке Монасип ауыл хакимиәте биләмәһе ҡыштың һуңғы көнөн матур сара - район кимәлендә үткән саңғы ярышы менән оҙатты. МХО-ла бер туған ҡустыһын юғалтҡан шәхси эшҡыуар Зөфәр Мөхәммәт улы Көҫәпҡолов башланғысы менән ойошторолған был сара махсус хәрби операцияла һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.
Иҫке Монасип ауылының Кепес туғайы тиҫтәләгән машиналар менән тулды. Ҡарҙа ҡаҙан аҫып, ашнаҡсылар ҡайнашты. Көнө лә заказ буйынса инде - йылы, талғын ғына ҡар яуа. Төрлө йәштәге саңғысылар сәмле ярышҡа әҙерләнде.
Иҫке Монасип ауылы мәсете имам-хатибы Сабит Мәжит улы Бикмәтов махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яугирҙар рухына аят бағышланы.
Сараны асып, Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Мәхмүтдин улы Муллағолов ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Бөрйән районың спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Ирек Ғәлим улы Шәмиғолов ярыш шарттары менән таныштырып, ярышҡа старт бирҙе.
Стар - финиш һыҙығында төрлө категориялағы ярышсылар алмашынып ҡына торҙо.
- Ғәлинур, алға! Алтынай, бирешмә! Илнур, шәберәк, шәберәк! – Көйәрмәндәрҙең дәртләндереү ауаздарынан туғай гөрләп торҙо.
Әммә ярыш булғас еңеүсе һәм еңелеүсеһеҙ булмай. Педьесталға төрлө категорияларҙа еңеүселәр күтәрелә. Уларҙың һәр береһенә миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм ярыштың бағымсыһы Зөфәр Мөхәмәтулла улының махсус бүләктәре тапшырылды.
Саңғысылар һәм килгән ҡунаҡтар йылы аш һәм сәй менән һыйланды.
Ошондай спорт саралары, һис шикһеҙ, кәрәк. Сөнки улар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап ҡына ҡалмай, саңғы ярышын һөйөүселәрҙе берләштерә һәм ялды күңелле үткәрергә мөмкинлек бирә. Саңғы юлында киләһе осрашҡанға тиклем!
Сығанаҡ: https://vk.com/staromunasipovo.covet