Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 11:30

Айыухан, йоҡлай бирһәң ней була инде...

"Шүлгән-Таш" дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре ваҡытынан алда уянып, ашарға эҙләп йөрөгән айыуҙың фотоһын халыҡ иғтибарына сығарғандар. Ул ҡышҡылыҡҡа ҡабандарҙы туҡландырыу өсөн ҡулайлаштырылған майҙанға ризыҡ эҙләп барған.

Айыухан, йоҡлай бирһәң ней була инде...
Айыухан, йоҡлай бирһәң ней була инде...

Тик... ул былтырғы фото булып сыҡҡан. Ҡабандарҙы туҡландырыу урындарының береһенә милли пакр хеҙмәткәрҙәре фотоаулағыс ҡуйған булғандар. Ләкин үткән йыл яҙғы ташҡын һәм ямғырҙар арҡаһында был урынға бара алмай йөрөгәндәр. Фотоаулағысты йәйгеһен генә алғандар. Шуға ундағы фотоны яҙға тиклем халыҡ хөкөмөнә сығармай торорға ҡарар иткәндәр.

-Беҙ кадрҙарҙа ҡабандарҙы күрергә иҫәп тотҡайныҡ. Ә унда беҙгә урман хужаһы үҙе “позировать” итеп ултыра. Күжәлә айыуҙар күп. Өңдәренән сыҡҡас, тайыштабандар бик ас һәм агрессив була. Беҙҙең һороҡайға уңайы тура килгән – уны беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ойошторған “табын” ҡаршы алған, - тип хәбәр итәләр "Шүлгән-Таш" дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре.

 

 

Автор:
Читайте нас