

Аш содаһы – яҡшы таҙартыусы сара. Һеркә менән ҡулланғанда, уны бысраҡ плитә һәм раковинаны таҙартыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Активлаштырылған күмер һыуытҡыс һәм туңдырғыстағы еҫте бөтөрә.
Теш пастаһы көмөштө яҡшы таҙарта.
Ҡулдан йәшелсә һәм емеш-еләк табын бөтөрөү өсөн, уны таҙартылған картуф менән ышҡығыҙ. Һеркә лә ярҙам итә.
Алюмин кәстрүлдең төҫө тоноҡланһа, унда бер аҙ алма ҡабығы ҡайнатығыҙ. Бынан һуң кәстрүл ялтырар, ә өйҙә тәмле еҫ сығып торасаҡ.
Салат-айсберг оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, уны таҙа, ҡоро ҡағыҙ таҫтамалға төрөп, моҡсайға һалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Аш бүлмәһендә алоэ гөлө үҫтерегеҙ. Ул тән бешкәндә һәм ҡырҡылғанда файҙалы. Бер япрағын киҫеп, һутын яраға һалығыҙ.
Әгәр икмәк ҡата башлаһа, янына сельдерей киҫәген һалығыҙ - был уны йомшартасаҡ.
Сығанаҡ: https://kungak.ru/news/useful-tips/2026-02-20/fay-aly-k-sht-r-4587146