

– Бала кешегә һөттәрен бөткәнсе бирмәҫ, – тип шикләнгән Мәстүрә апай мин һауған һыйырҙы үҙе тикшереп ҡараны бер мәл. «Улың мал менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан бит, бар һөтөн һауып алған», – тип ғәжәпләнде әсәйемә.
Һөттө сепараттан айыртыусы ла, иҫәп-хисап эштәрен алып барыусы ла булып эшләгән Ғәлиә апай сирләп, уны дауаханаға алып киттеләр. Ә эшен башҡарыусы кеше юҡ. Аптырағандан миңә ҡуштылар.
– Ҡустым, белемең етерлек, һауынсыларҙан һөттө ҡабул итеп ал. Сепаратты әйләндерергә буйың да, ҡулың да оҙон, һөттө айыртып та бирерһең, – тине ферма мөдире.
Һауынсылар һауған һөттө үлсәп, дәфтәргә яҙам. Йылы сағында сепараттан айыртам. Бындай эште башҡара алыуыма бик шатландым. Ун көн алып барҙым ошо эште. Көҙ еткәс, хеҙмәт хаҡы итеп илле кило бойҙай бирҙеләр. Был минең үҙ ғүмеремдәге беренсе эш хаҡым булды. Ул саҡта хәреф танып уҡый-яҙа, алыу-ҡушыуҙы белеү юғары белемгә тиң булып иҫәпләнә ине шул.
– Бына бит, улым, белемле булғас, эшләп хеҙмәт хаҡы ла алды, – тип ҡыуанып олатайым арҡамдан һөйҙө.
Юнир Салауатов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.