Йәмғиәт
26 Февраль , 11:20

Тиҙ байымаҡ булып, ярыҡ кәритә янында ҡалған...

Яңы танышы төп башына ултыртҡан. Аңғарып, һеҙ ҙә эләгеп ҡуймағыҙ ул ҡапҡанға...

Тиҙ байымаҡ булып, ярыҡ кәритә янында ҡалған...Тиҙ байымаҡ булып, ярыҡ кәритә янында ҡалған...
Тиҙ байымаҡ булып, ярыҡ кәритә янында ҡалған...

Салауат ҡалаһы полицияһына ҙур күләмдә мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткәндәр. Башҡортостанда йәшәүсе ханым 18 миллион һум аҡсаһын бурҙарға күсергән.

Салауат ҡалаһында йәшәүсе 43 йәшлек ҡатын 10 миллион һум күләмендә үҙенең йыйынтыҡ аҡсаларынан һәм яңы алынған 8 миллион һум кредит аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдың ноябрь айында 43 йәшлек ханым менән үҙен Анастасия тип танытҡан ҡатын мессенджер аша аралаша башлаған. Икәү араһында бик ышаныслы  мөнәсәбәттәр урынлашҡас, Салауат ҡалаһынан булған ҡатынға яңы танышы Анастасия инвестицияла бик уңышлы ғына аҡса эшләргә мөмкин икәнлеген һөйләп, был өлкәне үҙләштерергә ярҙам тәҡдим итә.

Тиҙҙән зыян күреүсене Анастасия “компанияның етәксеһе” менән таныштыра, унан һуң “трейдерҙарға” тапшыра. Уларҙың етәкселегендә ҡатын телефонына ҡушымта урынлаштыра, “уҡыу” үтә һәм аҡсалар индерә башлай. Башта суммалар ҙур булмаған – 1,5 мең һәм 50 мең һум...

Ҡушымталағы иҫәптә үҙенең средстволары сағыла башлағас,  мутлашыусыларға ышанысы артҡан ҡатындың. “Трейдер” ханымды юғары килем алыу өсөн эре аҡсалар һалыу кәрәклегенә ышандырған. Уларҙың кәңәштәренә эйәреп, ханым бер нисә кредит алған, унан үҙенең тупланма иҫәптәренән дә барлыҡ аҡсаларын алып, йәнәһе лә, “инвестиция янсығына” күсергән. Унда уға әленән-әле “үҫеп барған” балансты күрһәткәндәр.

Ханым алданыуын мутлашыусылар үҙен, йәнәһе лә, средстволарҙы сығарып алыу өсөн тип фиктив онлайн-аҡса алыштырыу урынына йүнәлткәс кенә аңлаған. Бурҙар ҡушҡан операцияны башҡарғандан һуң, әлбиттә, аҡсалар ҡатындың иҫәбенә барып ятмаған. “Техподдержка”ла бурҙар, имеш, клиентканың ғәйебе менән хата киткән, бөтә средстволар юҡҡа сығыуы ихтимал, тип ҡатынды ҡурҡытып, “кошелекты раҫлау өсөн” йәнә 3 000 000 һум индерергә ҡушҡандар. Бары тик шул саҡта ғына ҡатын үҙенең бурҙарҙың ҡорбанына әйләнгәнен аңлаған...

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Телефон аша эш иткән бурҙарҙан һаҡ булайыҡ!

Т. СӘЙФЕТДИНОВА әҙерләне.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас