

Быйылғы йыл башланып та өлгөрмәне, беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбе әллә күпме уңыштар яулауға өлгәште.
"Байыҡ"телевизион бейеү бәйгеһенең 19-сы миҙгеле башланды һәм беҙҙең мәктәптең 11-се класс ҡыҙҙары Марина Рафаил ҡыҙы Йыһанурова, Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфина етәкселегендә тәүге һайлап алыу турҙарында уңышлы сығыш яһап, артабанғы турға дәртләнеп әҙерләнә башланы - "Алтынай" бейеү ансамбле "Аҡ тирәк, күк тирәк" бейеүен тәҡдим итте. Бейеүҙе сәхнәгә сығарыусы - сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһың Нәйлә Марат ҡыҙы Нурдәүләтова.
Ҡыҙҙарҙың сығышына баһалама ағзалары тарафынан юғары балдар ҡуйылды.
Дәртле, рухлы, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булған тырыш ҡыҙҙарыбыҙға һәм етәкселәренә артабан да уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ. Мәктәбебеҙҙең алыштырғыһыҙ водителе Фуат Салауат улы Баймырҙинға уҡыусылар, ата-әсәлар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Алға!Алға!Алға!Ҙур еңеүҙәргә!
Вәсилә Әмирханова, башланғыс кластар уҡытыусыһы.