

3 йомортҡаны бер стакан шәкәр менән күпертәбеҙ. 100 грамм аҡ майҙы, 3 аш ҡалағы балды һауытҡа һалып, “һыу мунсаһында” иретеп алабыҙ. Улар иреп бөтөүгә 1 сәй ҡалағы сода өҫтәйбеҙ.
Уттан алғас, йомортҡалы массаны һәм 2 стакан ондо ҡушабыҙ.
Ипләп кенә матурлап болғатабыҙ һәм майланған формаға һалып бешерәбеҙ.
Бешкәс, арҡырыға ҡырҡып, араһында крем һыларға мөмкин. Кремды аҡ май менән бешерелгән ҡуйыртылған һөттө (вареная сгущенка) бергә бутап яһарға мөмкин.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!