

Төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә гастролдән ҡайтып килгәндә була был хәл.
Өфөнөң Менделеев урамында йәшәгән Юнир Салауатов ҡаланың үҙәгендә төшөп ҡалып, фатирына йәйәү атлап ҡайтырға була. Тапҡыр юл менән сыҡҡанда соҡор аша үтергә тура килә. Шул саҡта ике ир уның муйынына бысаҡ терәй. Артистың 25 һум аҡсаһын, шарфын, бирсәткәһен тартып алалар.
Таланған артист икенсе көн милицияға килеп ғариза яҙа, тик тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе таба алмай. Аптырағас, Юнир Салауатов ҡараҡтарҙы үҙе тоторға була. Был бәндәләр шул аҡса өсөн генә талағас, эскән кешеләрҙер тип, ул көн дә үҙен талаған ергә яҡын урынлашҡан араҡы магазины эргәһендә килгән кешеләрҙе күҙәтә башлай. Күпмелер көн уҙғас, ҡараҡтарҙың береһен осрата. Магазиндан сыҡҡан бер ҡатын был ирҙе ҡосаҡлап алып, хәбәрен һөйләп киткәнен ситтән күҙәтә.
Артист теге ҡатын артынан өйөнә тиклем эйәреп барып, ишек алдында туҡтатып, ир тураһында һораша, үҙен талауҙарын да һөйләй. Ҡатын уның хәленә инеп, тегенең адресын бирә. Маҡсатына өлгәшкәс, Юнир Салауатов был хаҡта милицияға барып һөйләй. Теге ирҙәрҙе ҡулға алалар, төрмәгә ултырталар. Һуңынан судта судья: "Зыян күреүсе үҙе тәфтишсе кеүек булған", – тип уны маҡтап телгә ала.
Сығанаҡ: https://vk.com/gazetabashkortostan