

Рамаҙан айы – йомартлыҡ һәм мәрхәмәтлек айы. Мотлаҡ булған зәҡәт тә, ирекле саҙаҡалар ҙа Рамаҙан айында бик ҙур әһәмиәткә эйә булалар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән һорағандар: “Ниндәй саҙаҡа иң әһәмиәтлеһе?”, ул: “Рамаҙан айында бирелгәне”,-тип яуаплаған (Тирмиҙи). Фарыз булған зәҡәтте лә тап ошо айҙа биреү яҡшыраҡ. Фитыр саҙаҡаһын да тап ошо мөбәрәк ай байрамын, хатта бер нәмәһе лә булмаған меҫкендәр ҙә,яратып көтөп алһын өсөн, тап ошо айҙа тапшырыу яҡшыраҡ.
Фидиә саҙаҡаһы – һаулыҡ етмәү йәки ныҡ ҡартайыу сәбәпле ураҙа тота алмаған осраҡта түләнә торған саҙаҡа. Үлеп китеү сәбәпле тотолоп бөтмәйенсә ураҙа көндәре ҡалғанда ла мәрхүмдең туғандары уның өсөн фидиә саҙаҡаһы түләп ҡуя. Фидиә саҙаҡаһы – саҙаҡа-йолом (искупление), тимәк, үҙеңде йолоп алыу. Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: әгәр кемдер ваҡытлыса ғына ауырыу менән ауырып ураҙа тота алмаһа, мәҫәлән һыуыҡ тейҙереп, ул саҡта ул тотолмай ҡалған ураҙа көндәрен һауыҡҡас ураҙа тотоп тулыландырып ҡуя.
Фидиә саҙаҡаһының күләме: бер көнлөк ураҙа өсөн саҙаҡа бер мохтаж кешене бер көн төшкө аш менән , исрафлыҡҡа төшмәйенсә, ашатып туйындырырлыҡ булырға тейеш. Быны көн һайын эшләргә лә була, йәки бер юлы аҡсалата биреп ҡуйырға ла мөмкин.
Фитыр саҙаҡаһы - Рамаҙан айы тамамланғандан һуң, ураҙа байрамы алдынан, ғәйет намаҙына тиклем бирелә. Был турала Ибн Ғәббәс тапшырған хәҙистә әйтелә: “Мөхәммәд Пәйғәмбәр (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) был саҙаҡаны ураҙа тотоусы ураҙаһы ваҡытында әйтелгән артыҡ һүҙҙәренән, тупаҫлығынан таҙартыу һәм мохтаждарға ярҙам итеү ниәте менән эшләне. Әгәр ул был саҙаҡаны ғәйет (байрам) намаҙына тиклем биреп өлгөрһә, зәҡәт-фитыр булып ҡабул ителер, әгәр намаҙҙан һуңға ҡалдырһа – саҙаҡа булып һаналыр”
Ғаиләнең һәр ағзаһынан түләнгән байрам һалымы.Ул Аллаһтың үтәлгән ураҙаны ҡабул итеүенең һуңғы шарты булып тора. Тәү сиратта ярлы һәм ярлы мосолмандар файҙаһына түләнә, башҡа хәйриә эшмәкәрлегендә лә ҡулланыла.Зәкәттең был төрө һижрәнең икенсе йылынан мотлаҡ үтәлергә тейешле тип һанала башлай.Ғаилә башлығы ҡатыны һәм бәләкәй балалары өсөн түләй. Әгәр ҡатын зәкәт-фитрҙы үҙ аҡсаһынан үҙе түләргә теләһә, был да мөмкин.
“Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа биреп дауалағыҙ, мохтаждар файҙаһына зәкәт биреү юлы менән мал-мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ”, - тип әйткән Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм.
(Бөрйән районы мөхтәсибәтенән алынды).