+17 °С
Болотло


Аҡыл эйәһенән: “Дуҫлыҡтың нисә төрө була?” тип һорағандар.
-4 төрө була, - тигән ул.
Ниндәй төрҙәре, тиһегеҙме?
-Ризыҡ кеүек дуҫтар була – уларға көн һайын мохтажлыҡ кисерәһең.
Дарыу кеүек дуҫтар була – уларҙы үҙеңә ҡыйын булған саҡтарҙа эҙләйһең.
Сир кеүек дуҫтар була – улар һине үҙҙәре эҙләп таба.
Шул уҡ ваҡытта һауа кеүек дуҫтар була – улар күренмәй, ләкин улар һәр ваҡыт һинең менән, - тигән аҡыл эйәһе.
Килешәһегеҙҙер?..