

Сәхәр тураһында Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең бик күп хәҙистәре бар: “Сәхәргә тороғоҙ, сәхәрҙә ашаған ризыҡта бәрәкәт бар”(Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Насаи)
“Ураҙа тотоу өсөн энергияны һәм көстө сәхәрҙән алығыҙ. Төшкө йоҡо ярҙамында төнгө намаҙҙарға көс туплағыҙ” (Ибн Мәджәһ).
“Сәхәр ризығында бәрәкәт бар, шунлыҡтан уны ҡалдырмағыҙ, бер йотом һыу булһа ла эсегеҙ. Аллаһ Тәғәлә сәхәр ашаусыға Үҙенең мәрхәмәтен бирә, ә фәрештәләр сәхәр ашаусының гонаһтарын ярылыҡауҙы һорап, Аллаһҡа доға ҡылалар”.
Сәхәрҙе таң яҡтылығы һиҙелә башлағансы тиклем ашау яҡшы ғәмәл, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Ҡояш байығас та уҡ ифтар ҡылып, таң яҡтылығына тиклем сәхәр ҡылған саҡтарында минең өммәтем тура юлда булыр” (Бохари; Мөслим; Тирмиҙи).
Ураҙа тотоусыға ифтар ҡылдырыу, меҫкенде һәм мохтажды туйындырыу сауаплы ғәмәл. Пәйғәмәбребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: “Кем ураҙа тотоусыны ашата, шул ураҙа тотҡан кеше ише сауап алыр, ә ураҙа тотоусының сауабы унан кәмемәҫ” (Тирмиҙи; Ибн Мәджәһ; Әхмәд).
ҡылыусы өсөн”, - тип яуап бирҙе”.
Ауыҙ асыу ваҡыты – доғалар ҡабул була торған ваҡыттарҙың береһе. Аллаһ рәсүле (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Ураҙа тотоусының ауыҙ асҡан ваҡытта ҡылған доғаһы кире ҡағылмаҫ” (Ибн Мәджәһ).
Тағы бер хәҙис: “Өс кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ. Улар: ғәҙел етәксе, ураҙа тотоусы һәм рәнйетелгән кеше”.
Сәхәр ашағандан һуң уҡыла торған доға:
“Нәүәйтү ән әсуумә саүмә, шәһри рамәдаанә минәл-фәджри иләл-мәғриби, хаалисал-лилләәһи тәғәәләә”
Мәғәнәһе: Аллаһ ризалығы өсөн ихласлыҡ менән, таң ваҡытынан башлап, ҡояш батҡансы ҡәҙәр, Рамаҙан ураҙаһы тоторға ниәт иттем.
Ифтар ваҡытында уҡый торған доға:
“Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡикә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәру мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү”
Мәғәнәһе: Эй, Аллаһым! Ошо ураҙамды Үҙеңдең ризалығың өсөн тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем һәм фәҡәт бер Һиңә генә бөтә эштәремде тапшырҙым. Һин биргән ризыҡ менән ифтар ҡылдым. Гонаһтарымды ғәфү итеүсе Аллаһым, минең әүәлге гонаһтарымды ла, киләсәк гонаһтарымды ла ярлыҡа”
Ифтар ҡылдырыусы кеше өсөн доға:
“Аллаһүммә бәәрик ләһүм фиимәә разәҡтәһүм үәғфирләһүм үәрхәмһүм”.
Мәғәнәһе:” Аллаһым, ризыҡландырған нәмәләреңдә уларға бәрәкәт бир, уларҙы мәғфирәтең менән ғәфү ит һәм уларға бәрәкәт бир”.
(Бөрйән районы мөхтәсибәтенән алынды).