

Шул ниғмәтте мөмкин тиклем күберәк ҡулланып ҡалығыҙ, Раббығыҙҙың әжер-сауаптарына ирешегеҙ. Тәрәүих намаҙы, Рамаҙан айы буйына - йәстү намаҙының фарызын һәм ике рәҡәғәтле сөннәтен үтәгәндән һуң уҡыла. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “ял итеү”, “тәнәфес”, “ултырып алыу” тигәнде аңлата. Ни өсөн был намаҙҙы тәрәүих тип атағандар һуң? Билдәле булыуынса, хаҡ сәләфтәребеҙ Рамаҙан айындағы төнгө намаҙҙы оҙаҡ итеп уҡыр булған. Шуға күрә ике йәки дүрт рәҡәғәттән һуң бер аҙ ултырып ял итеп алғандар. Был хаҡта Әбү Һөрәйранан (Аллаһ унан риза булһын) килгән хәҙистә бына нимә әйтелә: “Аллаһ Рәсүле (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Рамаҙан айында кешеләрҙе тәрәүих намаҙҙары уҡырға өгөтләй торған ине. Ләкин был турала ҡәтғи бойороу булманы. Ул бары тик былай тип әйтер ине: “Аллаһ әжеренә ышаныс һәм өмөт менән Рамаҙан айында төнгө намаҙҙарын уҡыған кешенең быға тиклем булған гонаһтары ярлыҡаныр” (Бохари, Мөслим). Был намаҙҙы уҡыу сөннәти-мүәҡҡадә. Йәғни, беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм был намаҙҙы етди сәбәпһеҙ ҡалдырмаған, даими уҡыған. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында был намаҙ уҡылмай ҡала икән, ул ҡаза ҡылынмай.
Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса тәрәүих намаҙы 20 рәҡәғәт итеп уҡыла. Уны икешәр рәҡәғәтле итеп тә, дүртәр рәҡәғәтле итеп тә уҡырға ярай. Йәмәғәт менән дә, яңғыҙ ҙа уҡырға мөмкин, тик йәмәғәт менән уҡыу сөннәт ғәмәл һәм сауабы ла күберәк. Был айҙа тәрәүих намаҙҙарынан һуң, витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Имам бөтә ҡыраәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡый. Һәр дүрт рәҡәғәт намаҙҙан һуң шул сама ваҡыт арауығы ял итеп тороу сөннәт. Был ваҡытта зикерҙәр, салауаттар әйтергә мөмкин.
Тәрәүих намаҙҙарында тәүге 10 көндә әйтеү өсөн зикер:
Сүбхәәнә ҙил–мүлки үәл –мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил–ғиззәәти үәл–ғәҙамәәти үәл –ҡудраати үәл– кибрийәәьи үәл –джәбәруут. сүбхәәнәл–мәәликил–хәййил-ләҙии ләә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡуддүсур раббил–мәләәьикәтиүәр–руух. Ләә иләәһә илләәллаһү нәстәғфируллаһ. Нәс әлүкәл –джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минән–нәар.
Мәғәнәһе: “Ер һәм күктәрҙәге мәхлүкәткә Хужа булыусы Аллаһ Тәғәлә пактыр. Ғиззәт, Ҡөҙрәт һәм бөйөклөк Эйәһе булыусы Аллаһ Тәғәләне пак тип беләм. Ул – Аллаһ Тәғәлә бөтә кәмселектәрҙән бик пак һәм мөҡәддәс булыусы, барса фәрештәләрҙең һәм Йәбрәил ғәләйһис –сәләмдең раббыһы. Бер Аллаһ Тәғәләнән башҡа һис иләһ юҡ. Беҙ Һинән генә йәннәтте һорайбыҙ һәм тамуҡтан Һиңә генә һыйынабыҙ”.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) салауаттар әйтергә мөмкин:
“Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәди үә ғәләә әәли Мүхәммәди үә сәллим”.
Икенсе ун көнлөктә әйтелә торған зикер:
“Сүбхәәнә ҙил–мүлки үәл–мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил–ғиззәти үәл–ғәҙамәәти үәл–ҡудраати үәл–кибрийәәьи үәл–джәләәли үәл–кәмәәли үәл–джәбәруут. Сүбхәәнәл –мәәликил –мәғбүүд. Сүбхәәнәл–мәәликил–мәҡсууд. Сүбхәәнәл–мәәликил–мәсжүүд. Сүбхәәнәл–мәәликил–хәййил ләҙии ләә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡуддуусур Раббүнә үә Раббүл мәләәьикәти үәр –руух. Ләә иәәһә илләллааһү нәстәғфируллаһ, нәсъәлүкәл –джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минән –нәар”
Өсөнсө ун көнлөктә әйтелгән зикер:
“Сүбхәәнә мәәликил–хәннәәнил –мәннәән. Сүбхәәнәл –мәәликид –дәййәән. Әл–мәғрууфи бил–ғуфраан. Әлмәғсууфи бил–ихсәән. Әл –үәдәәғ, әл–үәдәәғ, йәә шәһри рамәәдаан. Әл–фирааҡ, әл–фирааҡ, йә шәһри тәрауиихи үә хатмил–Ҡурьәән. Ләә иләәһә илләллааһү нәстәғфируллаһ, нәсъәлүкәл–джәннәтә үә нәғүүҙү бикә миннән-нәар”.
Тәрәүих намаҙына ҡағылған һорауҙар һәм уларға яуаптар:
Һорау: Мәсеткә төнгө намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡырға тип барғанда, унда йәмәғәт йәстү намаҙҙарын уҡып бөтөп, тәрәүих намаҙын башлап тора ине. Миңә нисек итергә: улар менән бергә тәрәүих уҡырғамы әллә тәүҙә йәстү намаҙҙарын уҡырғамы?
Яуап: Тәүҙә йәстү намаҙын уҡырға һәм шунан ғына йәмәғәткә ҡушылып тәрәүих намаҙын уҡырға. Тороп ҡалған рәҡәғәттәрҙе намаҙҙар араһындағы “тәнәфес” ваҡыттарында йәки өйгә ҡайтҡас та тулыландырып уҡып ҡуйырға мөмкин.
Һорау: Һаулығым ҡушмау сәбәпле мин ураҙа тота алмайым, тик йәмәғәт менән тәрәүих намаҙҙарҙы уҡырға теләгем көслө. Ураҙа тотмаһам да, тәрәүих намаҙҙарын уҡырға мәсеткә йөрөргә мөмкинме?
Яуап: Әлбиттә, мөмкин. Намаҙ - ул айырым бер ғибәҙәт бит, улар өсөн дә Аллаһ Тәғәлә сауаптар биреп кенә тора.
Һорау: Тәрәүих намаҙын ваҡытында уҡып өлгөрмәгән осраҡта, уны икенсе көндө ҡаза итеп ҡылырға мөмкинме?
Яуап: Юҡ, тәрәүих намаҙы йәстү менән иртәнге намаҙ араһында ғына уҡыла һәм ошо арауыҡта уҡып өлгөрмәгән намаҙ ҡаза итеп уҡылмай.
(Мәғлүмәттәр Бөрйән районы мөхтәсибәтенән алынды).