Йәмғиәт
20 Февраля , 05:00

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ярҙам ҡаралған

2026 йылда Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе махсус операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеүен дауам итә.

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ярҙам ҡаралғанМХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ярҙам ҡаралған
МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ярҙам ҡаралған

Ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?

  • Аҡсалата түләүҙәр: айлыҡ пособиелар, пенсиялар.
  • Медицина ярҙамы һәм дауалау: шифахана-курортта дауаланыу, медицина реабилитацияһы, бушлай дарыуҙар, дауалау һәм ял итеү урындарына барыу.
  • Техник реабилитация саралары (ТСР).
  • Балаларға пособиелар.

Түбәндәге аспекттарға етди иғтибар бирелә:

  • Страховка стажын арттырыу: бер йыл МХО-ла ҡатнашыу өсөн ветеран ике йыл стаж һәм икеләтә күләмдә коэффициенттары ала (1,8 урынына 3,6).
  • МХО-ла яраланған һәм инвалид булып ҡалған яугирҙәр икенсе пенсия алырға мөмкин.
  • МХО ветерандары электрон сертификат ярҙамында кресло-коляскалар, протездар һәм ишетеү аппараттары кеүек әйберҙәр һатып алғанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды аҡсаһынан өҫтәмә түләүгә иҫәп тота ала.

Ғаиләләргә ярҙам:

  • Хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәки мобилизация буйынса саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йөклө ҡатындарына бер тапҡыр 51 812,40 һум аҡса бирелә.
  • Хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына өс йәшкә тиклем ай һайын 22 205,30 һум пособие түләнә.

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн берҙәм контакт үҙәге номеры буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-100-00-01.

Республикала барлығы 54 ярҙам сараһы күрһәтелә.

Улар тураһында тулыраҡ https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2023-11-16/kakie-mery-podderzhki-polozheny-semyam-uchastnikov-svo-iz-bashkirii-polnaya-versiya-3522347 

Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас