Йәмғиәт
20 Февраль , 03:25

Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Ғәҙелгәрәй мәҙәниәт йортонда “Уландар - ил терәге, атайҙар – ғаиләнең йөрәге” район конкурсы үтте. ”Атайлы бала - арҡалы бала” ти халыҡ мәҡәле. Малайҙарҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Атаймын тигән атайҙар уландарын эшлекле, ысын ир-егет итеп үҫтерә, егәрле булырға өйрәтә.

Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгәАтайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә
Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Ғәҙелгәрәй мәҙәниәт йортонда “Уландар - ил терәге, атайҙар – ғаиләнең йөрәге” район конкурсы үтте.

”Атайлы бала - арҡалы бала” ти халыҡ мәҡәле. Малайҙарҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Атаймын тигән атайҙар уландарын эшлекле, ысын ир-егет итеп үҫтерә, егәрле булырға өйрәтә.

Конкурс таныштырыуҙан башланып башланып китте. “Ижади конкурс”та һәр атай һәм ул үҙҙәренең йыр-моңға маһирлығын күрһәтте. Спорт этабында гер күтәреп тә күрһәттеләр.

4-се конкурс “Быуындар аманаты”тип аталды. Атайҙар уландарына иҫтәлекле әйбер-ҡомартҡы тапшырҙылар.

 Атай һәм уландар төрлө номинациялар һәм иҫтәлеккә сертификаттар менән бүләкләнделәр.
Иҫке Собханғол ауылынан Фәһим Латыпов улы Йәмил менән “Еңеүгә ынтылышлы атай һәм ул” номинацияһында бүләкләнделәр.
Әтек ауылынан Инсур Баймөхәмәтов улы Илхан менән - “Рухлы атай һәм ул”, Ҡотандан Рөстәм Абдуллин улы Рәсил менән - “Сәнғәткә тоғро атай һәм ул”, Кейекбай ауылынан Вәғиз Туҡбаев улы Рафаэль менән - “Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро атай һәм ул”, Байназар ауылынан Марсель Хәлитов улдары Байрас һәм Данияр менән - “Илһөйәр атай һәм ул”, Мәһәҙей ауылынан Данил Ғарифуллин улы Ғайса менән “Иң дәртле атай һәм ул”, Ғәҙелгәрәй ауылынан Алмаз Ҡаһарманов улы Урал менән “Спорт һөйөүсе атай һәм ул” номинацияларында бүләкләнделәр.

Сығанаҡ : vk.com/wall-232782817_7195
#АйыҡАуыл2025 #Ғәҙелгәрәй#БөрйәнРайоны #ТрезвоеСело2025 #Гадельгареево #БурзянскийРайон #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ВсемирныйКурултайБашкир

Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә
Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә
Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә
Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә
Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә
Атайҙар һәм улдар сыҡты сәхнәгә
Автор:
Читайте нас