Йәмғиәт
19 Февраль , 12:05

Күксәй йөрәге ярылып йығылған...

 “Бөрйән” совхозының данлыҡлы Күксәйен ныҡ иҫләйем. Ғәйфулла ағай Сәйфетдиновтың аты ине. Ул: “Ярыш ваҡытында Күксәйҙе тотоңҡорап барыр кәрәк. Дилбегәне ебәрһәң, үлгәнсе сабырға мөмкин ул”, ти торғайны. Шулай булды ла. Алағуян буйында сапҡан сағында йөрәге ярылып ҡолай...

Күксәй йөрәге ярылып йығылған...Күксәй йөрәге ярылып йығылған...
Күксәй йөрәге ярылып йығылған...

23 февралгә ҡарата үткәрелгән ат ярыштарын халыҡ көтөп ала. Ҡышҡы ат ярыштары районда быйыл 57-се йыл рәттән үткәреләсәк.

Был ярышҡа ул ваҡытта «Бөрйән» совхозы директоры булған Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов 1969 йылда башланғыс һала. Тәүге тапҡыр 6 ҡатнашыусы - Әтектән Рәхимйән Баймөхәмәтов, Ғизетдин Әбүбәкиров, Мәндәғолдан Илгизәр Иманғолов, Яңы Собханғолдан Нуриман Вәлиев, Иҫке Собханғолдан Николай Григорьев һәм Һибәт Ғиззәтуллин бәйге тота.

Ошо ярыштарҙы үткәреүҙә оҙаҡ йылдар туранан-тура ҡатнашып йөрөгән кешеләрҙең береһе – Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Әхәт Баһауетдин улы Бикбулатов менән ҡышҡы ат ярыштары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Әхәт ағай, һеҙ ат ярыштарында заманында судъя, баш судъя булып йөрөгән кеше. 1969 йылда ойошторола башлаған ат ярыштарын нисәнсе йылдарҙан хәтерләйһегеҙ?

-Ат ярыштарын ойоштороуҙа ҡатнашыуымды мин 1973 йылдан хәтерләйем. 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, “Бөрйән” совхозында ветеринар табип булып эшләй башлағайным. Ул ваҡытта совхоз директоры булып Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов эшләй ине.

-Ул мәлдә ярыштарҙың шарттары нисегерәк булды?

-Ярыш шарттарын да яҡшы иҫләйем: командала 1 юртаҡ һәм 2 урындағы тоҡомло аттар булырға тейеш ине. Йәғни башҡорт аттары.

Ярыш 15-16 саҡрым араға үткәрелде. Юртаҡтарға – 5 саҡрым. Улар заправканан барып урап киләләр ине. Ә башҡорт тоҡомло аттар Алағуян буйынан йәки Иҫке Мөсәт ауылындағы магазинды урап килергә тейеш булдылар. Һуңғараҡ боҙҙа ла ярыштылар.

Ул ваҡытта юртаҡтар һирәк булды. Шуға, команданы тултырыу өсөн, урындағы башҡорт аттарына рысактар (юртаҡтар) менән ярышырға ла рөхсәт итә торғайнылар.

Һаман иҫтә, Шүлгәндән (Ғәҙелгәрәйҙән) Фәрит ағай Әхмәтйәнов бурыл атында башта рысактар менән, шунан местный аттар менән ярышты. Шунан шул аты менән Шүлгәнгә ҡайтып китте. Көслө лә булған шул аты.

Саналы аттарҙа ярыштың төп шарты – аттар тейешле дистанцияны юртып ҡына үтергә тейештәр.

Аттар стартҡа йәрәбә буйынса ҡуйылды. Бер-береһенән 10-15 секунд арауыҡ менән ебәрелә торғайнылар. Финиш секундомер менән ҡабул ителә. Һәр ярышсының ваҡыты айырым-айырым иҫәпләнә. Ҡайҙалыр ат киҫеп үткән йәки сапҡан икән, штраф ваҡыты өҫтәлә. Штраф ваҡыттары юлда торған контролерҙар биргән ведомосҡа ҡарап билдәләнә. Һуңынан таҙа ваҡыт сығарыла.

Контролерҙар дистанция буйлап билдәләнде. Үҙҙәре билдәләнгән арауыҡта аттың сабып үткәне күҙәтелһә, һәр осраҡҡа 10-15 секунд штраф ваҡыты сәпәлә. Дистанцияла 14-15 контролер ҡуйылды.

Бер мәл СПТУ-ла уҡыған егеттәрҙе ҡуя торғайныҡ. Аҙаҡ аңғарып ҡалдыҡ – баҡтиһәң, улар үҙҙәренең ауылынан булған аттарға штраф ҡуймайҙар икән. Шунан милиция егеттәрен ҡуя башланыҡ. Ул ярыштарҙа бәхәстәр күп сыға торғайны. Еңеү сәме көслө булды.

Дистанцияны юртып ҡына үтеү идеяһы ла Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтыҡы.

-Үҙегеҙ ойоштороусы булараҡ ҡатнашҡан тәүге ярыштың еңеүсеһен иҫләйһегеҙме?

-Иҫләйем. 1973 йылда 1-се урынды “Бөрйән” совхозы алды. Затон ҡушаматлы шәп рысакты хәтерләйем. Николай ағай Григорьев ярышты уның менән.

Башҡорт аттары араһында беренсе урынды Ҡара ат ҡушаматлы аты менән Наил Аллабирҙин яуланы.

Ҡара ат тураһында әйткәндә, ул Мәндәғол ауылынан сыҡҡан ат. Ҡолон сағынан уны Илгизәр ағай Иманғолов үҫтереп, ярышҡа өйрәткән.

-70-80-се  йылдарҙа ҡайһы хужалыҡтарҙың аттары иң көслөләр рәтендә ине?

-70-80-се йылдарҙы алғанда, командалар араһындағы ярыштарҙа 1-се урын һәм кубок өсөн көрәш, нигеҙҙә, ике хужалыҡ араһында барыр ине: “Ағиҙел” колхозы менән “Бөрйән” совхозы араһында. “Ағиҙел” колхозын ул мәлдә Таштимер Әлибаков етәкләне, “Бөрйән” совхозын – Исмәғил Ғәбитов.

Ул ярыштарҙағы сәм хайран ҡалмалы була торғайны.

Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов тураһында айырым әйтке килә. Сәм дә, дәрт тә шулай көслө булғандыр инде, старт ваҡытында үҙенең хужалығының аттарын тәртәһенән тотоп тороп, старт бирелгәс, хатта этешеп ебәрә торғайны.

-Айырыуса хәтерегеҙҙә ҡалған аттар булдымы?

-“Ағиҙел”дә зоотехник Рауил Сәлихов ярыштарға аттарҙы әҙерләүгә күп көс һалды, ҙур иғтибар бирҙе. Яуымбай бригадаһында махсус рәүештә ярыш аттарын ҡарай торғайнылар. Мин белгәндән уларҙың хужалығынан Ласточка ҡушаматлы кир бейә һәм Малыш оҙаҡ йылдар чемпион булып йөрөнөләр. Уларҙы Ураҙғолов (исемен хәтерләмәйем) һәм Әсхәт Уразаев йөрөттө.

“Бөрйән” совхозының данлыҡлы Күксәйен ныҡ иҫләйем. Ғәйфулла ағай Сәйфетдиновтың аты ине. Ул: “Ярыш ваҡытында Күксәйҙе тотоңҡорап барыр кәрәк. Дилбегәне ебәрһәң, үлгәнсе сабырға мөмкин ул”, ти торғайны. Шулай булды ла. Алағуян буйында сапҡан сағында йөрәге ярылып ҡолай. Шунда уҡ салалар.

-Оҙаҡ йылдар ярышып йөрөгәндәрҙән кемдәрҙе айырып әйтеп үтер инегеҙ?

-Рәхим Баймөхәмәтов тураһында айырып әйтке килә. Әтектән бит инде, беләһегеҙ. Ул ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем бер ярышты ла ҡалдырманы. Ул әҙерләгән аттар Буян, Турат оҙаҡ йылдар чемпион булып йөрөнөләр.

Төрлө йылдарҙағы чемпион аттарҙы ла хәтерләйем. Тарыуалдан Ғәйфулла ағай Сәйфетдинов йөрөгән Күксәй (“Бөрйән” совхозы), “Ағиҙел” колхозынан Ласточка.

Хәтеремдә һаҡланған наездниктар: Рәхим Баймөхәмәтов (Әтек), Илгизәр Иманғолов (Мәндәғол), Ураҙғолов (Яуымбай), Рәил Бикбулатов (Яңы Усман), Әсхәт Уразаев (“Ағиҙел” колхозы), Ғәйфулла Сәйфетдинов (Яңы Усман).

-Тиҙҙән тағы ат ярыштары...

-Эйе, ҡышҡы ат ярыштарын йыл һайын көтөп алам. Районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов инициативаһы менән нигеҙ һалынған ҡышҡы ат ярыштары туҡталмаһын, артабан да дауам итһен. “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы” тигән йыр һүҙҙәре генә лә ир-егет менән ат араһындағы бәйләнеште асыҡ дәлилләй. Ир ҡанаты ат булыр!

-Матур иҫтәлектәрегеҙ өсөн рәхмәт!

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

Күксәй йөрәге ярылып йығылған...
Күксәй йөрәге ярылып йығылған...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас