

16 февралдә район хакимиәтенең һәм ауыл хакимиәтенең отчет йыйылыштары Яңы Усман һәм Байғаҙы ауылдарында үтте.
Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илфат Әсхәт улы Ғәлин, Байғаҙы ауылы хакимиәте башлығы Азат Ғәле улы Мәзитов һәм район ойошма-учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.
Отчет докладтарын тыңлағандан һуң халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, яуаптар алды. Яңы Усманда ауыл хакимиәте башлығының сығышында былтырғы отчет йыйылышында бирелгән һорауҙарға яуап булмауы әйтелде, йыл һайын тиерлек яңғыраған мәсьәлә – ике ауылда ла ветеринар булмауы хаҡында борсоулы сығыш булды. Газ, юл мәсьәләләре, ауыл эсендәге урам ҡасан рәткә килтерелер, оло юлдан ауылға боролған тирәләге өйҙәрҙең йәйге осорҙа саң эсендә ҡалыуы, йәйге осорҙа көтөү булмау сәбәпле, аттарҙың һәм һыйырҙарҙың ауыл урамын бысратып йөрөүе тураһында һәм башҡа һорауҙар күтәрелеп, уларҙың күбеһенә урында яуап бирелде, бер нисәһе яҙып алынды.
Байғаҙылағы йыйылышҡа халыҡ дәррәү генә йыйылды. Унда ауылға ингән ерҙәге элекке пилорама урынына (ҡалҡыу ергә) Байғаҙы ауылының исемен матур итеп яҙып ҡуйырға тәҡдим ителде. Йәнә иҫке фельдшерлыҡ пунктына ҡағылышлы уны ауыл мәнфәғәтенә файҙаланыу тураһында һорау яңғыраны. Яуапта бинаның республика милке булыуы, шуға уны икенсе маҡсатта йәки реконструкция үткәреп файҙаланыу әлегә, рөхсәт булмайынса, мөмкин түгеллеге хаҡында әйтелде.
Бынан тыш, район үҙәгендәге МФЦ тураһында ла һорау булды. Тәғәйен алғанда, икенсе ҡатҡа менгән баҫҡыстарҙың текә булыуына баҫым яһалды. Яуап итеп киләсәктә уны, ремонт эшләп һәм ҡулайлаштырып, район мәҙәниәт һарайының спорт залына күсереү мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә икәнлеге әйтелде. Байғаҙы менән район үҙәге араһындағы юлдың Байғаҙы яғынан килгәндәге 45-се саҡрымындағы хәүефле боролош хаҡында ла борсоулы сигнал булды.
Ике ауылда ла район хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Ғәлин һорауҙарға ентекле яуап бирҙе, ауыл хакимиәте башлығы ла мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.
Йыйылыштар тыныс, эшлекле шарттарҙа үтте.