

Өс ауыл халҡын да уртаҡ бер һорау – Яңы Монасип ауылындағы почта бүлексәһенең ябылыуы борсой. Түләүҙәрҙе түләр өсөн район үҙәгенә барып, ундағы почта бүлексәһендә оҙаҡ сиратта тороп ҡайтыуы оло кеше өсөн мәшәҡәт тыуҙыра. Ғүмер буйы ауыл, район өсөн тырышып хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан ололар өсөн дә уңайлы тормош шарттары булырға тейеш, тигән теләктәрен еткерҙеләр. Район хакимиәте башлығы халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең күпселеге яйлап һанлаштырыуға күсеү сәбәпле, почта бүлексәһенең кире асылыуына икеләнеүен белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә һанлаштырыу буйынса яңылыҡтар бар. Улар менән баш табип урынбаҫары Илнур Иманғолов таныштырҙы. МАХ ҡушымтаһы аша табипҡа яҙылырға, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын табипҡа бармай ғына яптырырға, табипҡа һорауҙар бирергә, телемедицина ярҙамында табиптан консультация алырға мөмкин.
Нәбиҙәр Яңы Монасипҡа төшкән юл ҡасан рәтләнер, Байназарҙа банкомат ни өсөн эшләмәй, контейнер юҡ, ә сүп-сар өсөн түләтәләр, ни өсөн ауыл кешеһе итен элеккесә баҙарға алып сығып һата алмай тигән һорауҙарын бирҙе.
Туҡталҡаларҙа юл тамғаларын яңыртыу, Байназар дауаханаһы эшен тергеҙеү, ауыл эсендә автомобилдәр шәп тиҙлектә йөрөү сәбәпле, тейешле юл билдәләре ҡуйыу, ауылда буш ятҡан ерҙәргә ағас ултыртыу, янғын хәүефһеҙлеге өсөн буш торған өйҙәрҙең баҡсаларын ҡауландан таҙартыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе. Дауахана һикәлтәһенә, Баҙал биҫтәһендә балалар йөрөгән ерҙә сымдарға ағас ҡолап барыуына, район үҙәгендә баҙар һәм ҡайһы бер ойошмалар алдында яҙлы-көҙлө күләүектәр йыйылып ятыуына зарландылар. “Ни өсөн төҙөлөш булған ерҙәрҙең барыһына ла бер кешене яллайһығыҙ? Ул өлгөрмәй, бер урында башлай ҙа, тамамлап та бөтмәй, икенсеһенә күсә, аҡсаһын ала бит. Башҡа эшләүсе егеттәр юҡмы ни?», тигән һорау булды.
Яңы Монасиптар ауылға фельдшер ебәреүҙәрен һораны. И. Иманғолов ваҡытлыса күрше ауылдан фельдшер йөрөйәсәк, 1-2 айҙан даими фельдшер буласаҡ, тип белдерҙе. Сүп-сар өсөн түләүҙәргә ҡағылған һорауҙар күп булды. Йылға буйына контейнер ҡуйыуҙы, көтөү ойоштороуҙы, оло кешегә социаль хеҙмәткәр биреүҙе, ауылда байрамдар үткәргәндә башҡа төрлө сараларҙың ваҡытын иҫәпкә алыуҙы, Ҡаратау урамында юлды рәтләүҙе, үҙәк урамға өҫтәмә лампалар ҡуйыуҙы һоранылар.
Иҫке Монасипта отчеттарҙан һуң ауылдың имамы С. Бикмәтов мәсетте төҙәкләндереүҙә ҡатнашҡан ауыл халҡына рәхмәтен еткерҙе, зәҡәт түләүе һәм фитыр саҙаҡаһы тураһында мәғлүмәттәр бирҙе.
Монасиптар йылға ярҙарын нығытыу, бушлай дарыу препараттары алыу, юл ситтәренә ҡырсын түшәү, сүп-сар өсөн түләү, интернет өсөн бағаналар тураһында һорауҙарын, тәҡдимдәрен ишеттерҙеләр. Ауыл аҡһаҡалы З. Вәлиев йыйылыштарҙа күтәрелгән проблемалар район ҡоролтайы ултырыштарында ла ҡаралһын тигән теләген еткерҙе.
Һорауҙарҙың барыһына ла яуаптар ҡайтарылды, ҡайһы берәүҙәре контролгә алынды.
Биләмәнең өс ауыл халҡы ла ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Мәхмүтдин улының эше менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе, район хакимимәте башлығына, хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт еткереп, халыҡ мәнфәғәте өсөн артабан да тырышып эшләүҙәрен теләне.