Йәмғиәт
14 Февраль , 06:00

Үҙ эшенең оҫтаһы

Бөгөнгө заманда мәғлүмәт технологиялары өлкәһе менән бәйле һөнәрҙәр арта бара. Компьютер инженерҙары, программистар, система администраторҙары, веб-дизайнерҙар - компьютер телен яҡшы аңлаған белгестәр.  

Үҙ эшенең оҫтаһыҮҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

14 февраль - Компьютер белгестәре көнө

Заманаға ярашлы, яңы хеҙмәттәр ҙә барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, район хакимиәтендә уҙған йылда мәғлүмәтте техник һаҡлау секторы булдырылды. Уның мөдире итеп мәғлүмәт, компьютер технологиялары өлкәһендә бай тәжрибә туплаған финанс идаралығының баш белгес-инженеры Айсыуаҡ Ваһапов тәғәйенләнгән.

Айсыуаҡ Абдулла улының был өлкәләге хеҙмәте 2000 йылда башлана. Мәктәпте тамамлағандан һуң, һөнәрселек училищеһында, унан һуң Сибай сауҙа-иҡтисад колледжында һөнәр ала. Компьютерға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы Сибайҙа уҡыған осорҙа барлыҡҡа килә. Колледжда ойошторолған киске курстарға йөрөп, заман техникаһының серҙәренә өйрәнә.

1998 йылда районға ҡайтып, өйҙәрҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлегендә эш башлай. 2000 йылдан хеҙмәтен халыҡты социаль яҡлау бүлегендә автоматлаштырылған системалар менән идара итеү инженеры булып дауам итә. Ситтән тороп Халыҡ-ара хоҡуҡ һәм иҡтисад институтында менеджерға уҡып ала. 2006 йылда финанс идаралығына инженер булып күсә һәм бөгөнгө көнгә тиклем район хакимиәтендә компьютер техникаһын көйләү, ремонтлау, программалар ҡуйыу, программаларға асҡыстар алып биреү, һайлауҙар һәм берҙәм дәүләт имтихандары кеүек сараларҙа радиосигналдарҙы баҫтырыу өсөн махсус аппараттар ҡуйыу, серле мәғлүмәттәрҙе (мәҫәлән, райондағы кешеләр тураһында белешмәләрҙе) һаҡлау өсөн компьютерҙарҙы аттестациялау буйынса һәм башҡа документация эштәре менән шөғөлләнә. Район хакимиәтенән тыш, үҙәкләштерелгән бухгалтерияны ла хеҙмәтләндерә белгес.

“Беҙҙең бөтә эшебеҙ компьютерҙа башҡарыла. Программалар етеҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ эшләһен өсөн Айсыуаҡ Абдулла улына йомошобоҙ йыш төшә. Беҙ мөрәжәғәт иткән һайын йүгереп килеп етә, үҙ эшен белеп, сифатлы, намыҫлы итеп башҡара”, - ти үҙәкләштерелгән бухгалтерияның ауыл биләмәләре бүлеге начальнигы Нурсилә Хөснөтдинова.

Хеҙмәттәше Наил Бәшәров менән ниндәй ойошма ярҙам һорай, уларға ла барып, эшмәкәрлектәренә бәйле махсус программаларын, компьютер техникаларын ҡарап, көйләп бирәләр.

Компьютер ҡоролмалары, программалары, мәғлүмәт технологиялары, һанлаштырыу алға киткән заманда, “мәғлүмәт һуғышы” осоронда интернет селтәрҙәрендә, компьютерҙа эшләгән саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген онотоп та китәбеҙ.

Айсыуаҡ Абдулла  улы үҙеңде, үҙең турала белешмәләрҙе һаҡлау, уларҙы сит кеше ҡулына төшөрмәү өсөн, шулай уҡ компьютер оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн мотлаҡ үтәй торған ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәҫкә саҡыра:

-Һәр компьютерҙа вирусҡа ҡаршы программа торорға тейеш;

-Компьютерҙа паспорт һәм башҡа документтар тураһында белешмәләрҙе, ғаилә фотоларын һаҡларға кәрәкмәй, уларҙы флешкаларҙа һаҡлау отошлораҡ. Башҡа белешмәләр өсөн резерв күсермә эшләп ҡуйығыҙ;

-Компьютерға мотлаҡ пароль ҡуйығыҙ, уны һәм башҡа, шулай уҡ вай-фай паролдәрен айына бер тапҡыр алмаштырып торорға кәрәк;

-Әгәр ҙә компьютерҙа телеграм, макс, ватсап ҡушымталары ҡуйылған икән, уларҙы ҡулланмағанда мотлаҡ “сығырға” тигән төймәһенә баҫып һүндерергә кәрәк;

-Таныш булмаған сит сайттарға инмәгеҙ, һылтанмалар аша үтмәгеҙ;

-Балаларығыҙҙың ниндәй уйындар уйнағанын контролдә тотоғоҙ һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатып, уларҙы үтәмәү ниндәй эҙемтәләргә килтерергә мөмкин булыуын һөйләгеҙ;

-Әгәр таныш булмаған кешеләр һеҙҙең менән аҡса тураһында һөйләшә икән, әңгәмәне дауам итмәгеҙ, бәйләнеште өҙөгөҙ, - тине белгес.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас