Йәмғиәт
13 Февраль , 12:13

Эфирҙа – Бөрйән егете

Уның йомшаҡ, ышаныслы, шул уҡ ваҡытта көслө тауышы барлыҡ республика халҡына, унан ситтә йәшәүсе радио тыңлаусыларға “Юлдаш” радиоһы аша яҡшы таныш. Кемдәрҙер был тауышты ишеткәндән һуң “Мотлаҡ диктор булыр өсөн тыуған” тиһә, икенселәр иһә баҫҡан урынында ер тетрәтер ирекле башҡорт егетен күҙ алдына килтерә. Ә бөрйәндәр уңайы сыҡҡан һайын “Беҙҙеке, Бөрйән егете!” тип ҡабатлап ҡына тора.

Эфирҙа – Бөрйән егетеЭфирҙа – Бөрйән егете
Эфирҙа – Бөрйән егете

Һүҙем - “Юлдаш” радиоһы һәм Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы дикторы, Бөрйән егете Салауат Шәмсетдинов тураһында.

Салауат Зиннәт улы – Байназар ауылы егете. Ябай ауыл ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә һәм кескәй генә сағынан эшкә лә, уҡыуға ла сос була. Әсәһе Резеда Мирза ҡыҙы үҙ ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған оло йөрәкле уҡытыусы, атаһы ла ябай хеҙмәт кешеһе. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер улар икеһе лә мәрхүм. Салауат ағайы Заһир һәм апайы Лилиәнең ғаиләләре менән йылы мөнәсәбәттә, туғандары өсөн өҙөлөп тороусы ҡусты, ағай, ҡәйнеш.  

Уҡыусы сағында ул Айгөл Буранова етәкләгән “Азамат” өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә, замана бейеүҙәре, башлыса брейк-данс менән мауыға. Мәктәпте тамамлағас М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына география йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Шул осорҙа Иҫке Собханғол ауылы егеттәре Венер Фәйзуллин һәм Азат Хоҙайғолов менән берлектә “Бер минут” командаһы составында КВН-да ҡатнаша. Тап ошо Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындарында ҡатнашҡан ваҡытында “Юлдаш Плюс” йәштәр интернет радиоһы етәкселеге уға үҙен радиола алып барыусы булараҡ һынап ҡарарға тәҡдим итә. Унда бер аҙ тура эфирҙа эшләү тәжрибәһен туплағас, саф башҡорт телендә таҙа һөйләшкән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тауышы менән оҫта идара итеүсе егетте 2019 йылда “Юлдаш” радиоһына эшкә саҡыралар.

Радиола йәш алып барыусыға аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан “Юлдашлы ял” тапшырыуын алып барыу, башҡорт телендә ҡотлауҙар уҡыу эштәрен йөкмәтәләр. Үҙе өҫтөндә даими эшләгән, оҫталығын көндән-көн арттырған йәш егет хеҙмәт юлын “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар редакцияһында диктор булараҡ дауам итә. Ә былтыр яҡташыбыҙ Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында ла яңылыҡтар тапшырыуын алып бара башланы.

 

“Иң иҫтә ҡалғаны, әлбиттә, тәүге эфир. Тулҡынланыуҙан тын юлы ҡыҫылды, эҫе мунсала ултырған кеүек битемдән тирҙәр аға башланы. Шулай ҙа үҙемде ҡулға алдым, барыһы ла яҡшы үтте. Эфир ваҡытында төрлө хәлдәр булырға мөмкин. Шундай ваҡыттарҙа күңелде тынысландырырлыҡ төрлө күнекмәләр башҡарам.

Радио тыңлаусыларға яңылыҡтар уҡығын ваҡытта төп баҫым тауышҡа яһала - яҙылған мәғлүмәт тыныс, әкрен, тигеҙ тауыш менән еткерелә. Ә телевидениела эфир барышында ҡараусылар менән визуль бәйләнеш булдырыу мөһим. Яңылыҡтарҙың темаһына ҡарап уҡыу темпы шәбәйергә, әкренәйергә мөмкин. Бынан тыш камера алдында үҙеңде дөрөҫ тота белергә лә кәрәк.

Ситтән ҡарағанда еңел генә кеүек күренһә лә, диктор һөнәре күп көс һәм тырышлыҡ талап итә. Диктор тауыш менән идара итеү һәләтен үҫтереү, әленән-әле тел байлығын арттырыу өҫтөндә эшләргә, халыҡҡа мәғлүмәтте дөрөҫ интонация менән еткерә белергә тейеш. Был һөнәрҙе һайларға теләгән егет-ҡыҙҙарға кәңәш - күберәк китап уҡыһындар”, - ти хәҙер был һөнәрҙә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән Салауат Зиннәт улы.

 

Зәңгәр экранда, радиола эшләүҙән тыш, үҙен рәсми һәм мәҙәни сараларҙың оҫта алып барыусыһы итеп тә танытты ул. Дәүләт кимәлендә үткән төрлө сараларҙы, сәнғәт өлкәһендәге тамашаларҙы айырыуса ҙур кинәнес менән алып бара. Бер яҡтан, сәхнәлә, тамашасы менән күҙгә-күҙ ҡарашып эшләү оҡшаһа, икенсе яҡтан, билдәле сәхнә йондоҙҙары, халыҡ артистары менән берлектә эшләү ҙур әһәмиәткә эйә, тигән фекерҙә ул.

Үҙенең тәбиғи һәләте, тырышлығы менән радиола, телевидениела, сәхнәлә лә танылыу алған талантлы райондашыбыҙға эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ. Киләсәктә күркәм, көслө, илһамлы тауышы менән республика халҡына тик яҡшы яңылыҡтар, матур хәбәрҙәр генә еткерһен!

Эфирҙа – Бөрйән егете
Эфирҙа – Бөрйән егете
Эфирҙа – Бөрйән егете
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас