

Үткән быуаттың 1949-1950 йылдарында Бөйөк Ватан һуғышы емереклектәре, аслыҡ, яланғаслыҡтың эҙемтәләре бөтмәгәйне әле. Колхоз ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләйбеҙ. Үгеҙ егеп һабан һөрөү, һыйыр менеп ер тырматыуҙар артта ҡалды, йылҡы малдары үрсей башланы. Беҙ ҙә егет ҡорона индек. Бригадирҙың рөхсәте менән колхозда булған аттарҙы бүлешеп алдыҡ. Көн һайын үҙеңә беркетелгән атты егеп, эшкә бараһың. Бушҡа түгел, хеҙмәт көнө яҙалар. Әммә ул таяҡтан беҙгә файҙа юҡ. Ә шулай ҙа ат менән эшләүе күңелле. Миңә беркетелгән бейәнең ҡушаматы Костя ине. Уны урман һаҡсыһы Константин Колегановтан һатып алғайнылар. Ул ваҡытта үҙеңә ат тоторға рөхсәт булманы, ә колхоз атын үҙебеҙҙке һымаҡ күреп тәрбиәләнек.
Күп эштәр башҡарырға тура килде ул бейә менән. Ул ваҡытта колхозға бүрәнә ташыу планы еткерелә торғайны. Бер нисә мәртәбә Күркәтауға барылды. Тырыш хайуан булды- кубометр ярым йыуанлыҡтағы бүрәнәләрҙе йомарлатып (аяғын бергә баҫып) беректереп тырышып-тырмашып үрҙәрҙе алып сыға ине. 1949 йылдар булһа кәрәк, Кәшәлә ауылына геологтар килде, бер ир һәм ике ҡатын-ҡыҙ. Улар ҡаяларҙы тишеп таш ташыйҙар, таштарын йәшниктәргә тултыралар. Таштарҙы оло юлға Ишембай районының Ҡолғана ауылына сығарырға кәрәк. Үҙҙәренең аттары юҡ, колхоз рәйесенән ярҙам һорағандар. Колхоз рәйесе миңә бейәне егеп, Ҡолғанаға таштарҙы алып барырға бойорҙо.
Кәшәлә ауылынан Үрге Нөгөшкә 12 саҡырым, Үрге Нөгөштән Ҡалғаһау ауылына 15 саҡырым, тинеләр. Үрге Нөгөштән 30 саҡырым юл үтеп, Кәбәс ауылына килеп еттем. Ҡолғана ауылына тағы ла 15 саҡырым, тигәстәр, барып етеп булмаҫ, тип, Кәбәс ауылында йоҡларға булдым. Ауыл ситендәрәк бер өйгә инеп фатир һораным. Өй хужабикәһе 65-70 тирәһендәге мөләйем генә инәй, тағы ла бер йәш ҡатын (инәйҙең исемен Хәсбиямал, йәш ҡатындың исемен Әлифә тип атайыҡ) ҡаршы алды. “Йоҡларһың, улым, Шәфиғулла өйҙә юҡ, икәү генә йәшәйбеҙ. Ҡайһы яҡтан, ниндәй ауылдан, ни эш башҡарып йөрөйһөң?” –тип һорауҙарын яуҙыра ғына инәй.
Ятып йоҡланым да, иртә үк тороп бейәмде алып килдем, теге инәй иртәнге намаҙын уҡый ине. Тышаулы бейәм әллә ни алыҫ китмәгән. Атымды егеп юлға сығайым тип йөрөһәм, теге инәй: “Улым, яҡында ғына килендең йыйған 10 күбә бесәне ултыра, шуны ғына барып өйөп килегеҙ әле, мал туҙҙыра”, - ти. Мин ни әйтергә белмәйем. Уның менән булышһам, һуңлайым. Миңә Ҡолғанаға тиклем 15 саҡырым юл үтер кәрәк. Ҡолғананан Әбей батша юлынан Маҡарға, Маҡарҙан Көҙән ауылына төшөп өләсәйемдәрҙә ятҡан оло һеңлемде алып ҡайтырға кәрәк. Юҡ, булмай, инәй, тип әйтергә намыҫым етмәне. Бер һүҙһеҙ фатирға индереп, сәй эсереп йоҡлатты бит. Һуңлаһам, һуңлармын, бармай, булдыра алмайым, тип, таштарҙы бушаттым да, һәнәк-арҡандарын арбаға һалып, инәйҙең килене менән бесәнлеккә юл тоттоҡ.
Тиҙ генә күбәне тарттырып алғас, Әлифәне кәбән башына мендерҙем. Эште теүәлләгәс, арбаға бер аҙ ғына бесән һалып алдым да, ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Ҡайтып килгәндә Әлифә: “Быҙауы менән һыйырым бар, мине кәләш итеп алып ҡайт”- ти. “Ни һөйләйһең, һин бит ир ҡатыны. Кеше бәхетенә ҡаршы төшөргә минең хаҡым юҡ. Ирең ҡайҙа эшләй?”- тип һорайым. “Колхозда инде, әлеге көндә Стәрлетамаҡта хисапсылар курсында уҡып йөрөй”. “Ә ни өсөн унан китергә уйланығыҙ?”. “Ирем әллә ни насар кеше түгел, әсәһе менән борсаҡ бешмәй, яратмайым”, - ти. “Бер әбейгә нисек тә ярарға тырыш, аулаҡ, этке-төрткө юҡ. Минең дә әсәйем бар. Әле ул йәп-йәш, өҫтәүенә, 3 һеңлем бар. Бер әбейгә ярамағас, минең әсәйем менән 3 һеңлем менән килешеп йәшәүең икеле”, - тинем. Шулай һөйләшеп ҡайтып та еттек. Инәй ни эшләргә белмәй, рәхмәттәрен уҡып, сәй эсереп оҙатты. Тик Әлифә генә моңһоу ҡарашы менән күңелһеҙ генә оҙатып ҡалды. Уның тәҡдимен хупламаған өсөндөр инде, тигән һығымтаға килдем.
Ҡолғана ауылына килеп еткәс, геологтарҙың йыйған таштарын үҙҙәре әйткән фатирға (Нәғим бабайға ) ҡалдырҙым да, оло юл буйлап Маҡар яғына ҡуҙғалдым. Был юлдан тәүге үтеүем. Сентябрь айы. Ҡолғананан һуң, байтаҡ юл үткәс, Алатау тауы башлана. Ул тау бейек тә, оҙон да. Костя бейәһен йәлләйем- дағаһы юҡ, аяғына саҡ баҫа, үҙем йәйәүләйем. Тауҙы сыҡтым, ҡайһы ерҙә кис булып ҡараңғы төшә башлағандыр, хәтерләмәйем. Ни булһа ла, Маҡарға етергә, тип уйлайым. Байтаҡ араны ҡараңғыла үткәс, ниһәйәт, бер ҙур ауылға еткәнемде аңланым. Тоноҡ ҡына булып уттар емелдәй. Фатир һорарға бер танышым да юҡ. Ауылдан ситтә атымды туғарҙым да, арбаны арҡанлап ҡуйҙым. Үҙем арбаға яттым. Сентябрь кисе һалҡын, өҫтә йоҡа ғына бер һырма, аҫҡа түшәһәң, ябынырға юҡ. Шулай байтаҡ ятҡас, ауылды моңға күмеп “Шоморт” көйө яңғыраны. Гармунға ҡушылып бер ҡатын-ҡыҙ үҙәкте өҙөрлөк итеп йырлап ебәрҙе.
Өй артында шомортом
Яндарында бөрлөгән
Һине һөйәм, һине көтәм,
Һин бит минең бер генәм.
Ниндәй сихри моңло тауыш! Бар бит донъяла бәхетле парҙар, тип көнләшеп ҡуйҙым. Йоҡо ҡайҙа ул, арбала арҡанлы торған бейә ерҙең ҡыртышын айырып көйшәгән була. Мин тәрән уйҙарға сумдым-ошо көндә Кәбәс ауылындағы Хәсбиямал инәй менән килене Әлифә ни эшләйҙәр икән? Килешеп кенә йәшәп китһәләр ярар ине. “Шоморт” көйөн йырлаусы ҡыҙ менән сағыштырып ҡарайым, аралары күк менән ер кеүек тойола. Йырлаған ҡыҙҙың шатлығы эсенә һыймай, тышҡа бәреп сығып, йыһанға таралһа, Әлифә ут йотоп ята. “Иптәшем әллә ни насар кеше түгел“ тигәйне бит, өсәү ара уртаҡ тел табып , бәхетле йәшәрҙәр әле, тип уйлап тынысландым.
Шунан атымды арбаның икенсе яғына сығарып бәйләнем. Төн урталары етәлер, сәғәт булмағас, ҡайҙан беләһең инде. Үҙем уйлайым, их, Көҙән ауылына юл белһәм, бында өшөп-туңып ятмаҫ инем. Төн уртаһында ҡайҙа бараһың, өләсәйемдең йылы өйөндә матур төштәр күреп йоҡлаған булыр инем. Шулай бер ятып, бер тороп йөрөй торғас, ауылдан әтәс тауыштары ишетелә башланы. Таң нурҙары ергә үҙенең яҡтыһын тарата. Иншалла, күбенә түҙгәс, әҙенә түҙермен тип , тегеләй- былай йүгереп хәрәкәтләнеп алғас, саҡ ҡына йылынғандай булдым. Көткәнгә көн оҙаҡ, көндәшлегә төн оҙаҡ, тигән мәҡәлде иҫемә төшөрөп, үҙемде көндәш хөкөмөнә ҡуйып, ниһәйәт, таңды аттырҙым. Яҡтырыу менән минең яҡҡа бер кеше килә. Оло ғына ағай булып сыҡты. “Нишләп бында ятаһың? Ауыл осонда ғына йәшәйем, барып фатир һорап, йылы өйҙә йоҡлаһаң ни була?”-ти. “Булды инде, ағай, таныштар булмағанға ҡыйманым шул. Изге һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ миңә Көҙән ауылына юл өйрәтегеҙ, юлын белһәм, мин ошонда ғазапланып ятмаҫ инем“ -тинем . Ағай кеше ентекләп юлды өйрәтте. Маҡарҙан сыҡҡас, күп тә бармай, һулға боролаһың икән. Нисә саҡырымдыр, ҡояш ҡыҙып ҡалҡыуға мин Көҙән ауылында инем. Өләсәйемдәргә барып төштөм. Улар картуф ҡаҙалар ине. Һеңлем мине күргәс, һикереп-һикереп төштө. “Абзый, мине алып ҡайтырға килдеңме? Һағындым, хәҙер ҡайтырға сығайыҡ”, - ти. Картуф ҡаҙғанда төрлө формалағы картуфтарҙы йыйып барған (ҡайһылары бесәйгә оҡшаған), шуларҙы алып ҡайтайыҡ, тип, тоҡҡа тултырып арбаға һала башланы. Өләсәйем: “Бөгөн йоҡла, улым”, - тип күпме өгөтләһә лә, мин ҡайтырҙан башҡаны белмәнем, ни тиһәң дә, Костя колхоз бейәһе бит. Һуңлаһам, һүҙ тейер тип уйланым.
Көҙән ауылынан Балтайорт утарына килеп йоҡланыҡ та, иртәгәһенә ауылға ҡайтып еттем. Мин ҡайтыуға геологтар тағы ла таш әҙерләп ҡуйғандар. Бер көн ял иттем, ә иртәгәһенә таштарҙы тейәп, тағы ла юлға сыҡтым. Был юлы Кәбәс ауылында Хәсбиямал инәйҙәргә инмәнем. Был ауылда Ғәлиәкбәр ауылынан әсәйемдең әхирәте Хәйби исемле инәй йәшәй икән, әсәйем, шуны һорашып бар, моғайын, фатир бирер, тигәс, ыңғай шуны һорашып барҙым. Ул инәй ҙә минең кем икәнемде бәйнә-бәйнә һорашып белгәс, фатир бирҙе. Иртәгәһенә атымды егеп юлға сыҡҡанда Хәсбиямал инәй һәм килене йәшәгән өйгә күҙ һалдым. Ишек алдында Әлифә менән тағы бер ир күҙгә салынды, улар ни менәндер шөғөлләнә ине. Мин теге инәйҙең улы Шәрифулла ҡайтҡан икән, тигән һығымтаға килдем. Был юлы ла барыһы ла уңышлы булды. Оло юлдан Маҡар сығып йөрөмәнем. Ҡолғананан кире боролоп, иртәгәһенә ауылға ҡайтып еттем. Колхоз рәйесе маҡтаған булып 8 килограмм тары оно яҙып бирҙе. Ул ваҡытта уныһы ла ярап ҡалды.
Исмәғил Яманаев.
(Исмәғил Яманаевтың “Үкенерлек түгел үткәндәр” тигән китабынан, 2015 йылда Сибай ҡала типографияһында баҫылған)).
(Фото “Тамаша” журналы төркөмөнән).