Йәмғиәт
11 Февраль , 03:50

Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше

Кисә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин ойошмалар етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса сығыштар тыңланды, тәғәйенләүҙәр хаҡында иғлан ителде.

Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәрешеРайон хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше

Кисә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин ойошмалар етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса сығыштар тыңланды, тәғәйенләүҙәр хаҡында иғлан ителде.

-Үткән аҙнала районда 1 янғын осрағы теркәлде. Хөрмәтле райондаштар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, төҙөк электр приборҙары менән генә файҙаланырға кәрәк.
Иҫке Собханғол ауылының күп функиялы үҙәге бүлексәһенең, район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлегенең 2025 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчеттар ҡаралды.
Иғтибар үҙәгендә белем биреү ойошмаларында, уҡыу барышында балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Был йәһәттән ойошторлған профилактик саралар, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса һорауҙар ҡаралды. Ата-әсәларенә балаларҙың иғтибарлы булыуын һорайым.
Отчет йыйылыштары башланды. Осрашыуҙарҙа халыҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләрҙе күтәреп сыға, һорауҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе йыл дауамында эҙмә-эҙлекле рәүештә хәл итергә тырышасаҡбыҙ, район халҡын осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам.
Район хакимиәте структураһында кадрҙар үҙгәреше булды. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Айнур Миңлеғәле улы Ҡотошов тәғәйенләнде. Ул төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, инфраструктура үҫеше өлкәләрен, шулай уҡ кадрҙар сәйәсәте, муниципаль закупка һорауҙары буйынса кураторлыҡ итәсәк. Капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы итеп Айҙар Зәйләғи улы Ҡолһарин тәғәйенләнде.
Уның урынбаҫары итеп - Ҡасҡынбаев Илһам Барый улы. Муниципаль ер контроле буйынса бүлек начальнигы-баш инспектор булып Әбделмәнов Хәниф Нуретдин улы эшләйәсәк.
Хеҙмәттәштәремә яңы башланғыстарҙа уңыштар теләйем!
Хөрмәтле райондаштар! Отчет йыйылыштары башланды, барығыҙҙыла осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә кәңәшмә хаҡында район етәксеһе.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Район хакимиәтендә - кадрҙар үҙгәреше
Автор:
Читайте нас