Йәмғиәт
11 Февраль , 04:35

Ауыл "вездеходы"

Лаклы туфли ары торһон,Йәшәһен беҙҙең ҡата!Һикәлтәлә, тоғро эттәй,Һәр ваҡыт көтөп ята! 4 февралдә калоштың тыуған көнө булған икән дә баһа. Ауыл кешеләренең барыһының да тупһаһының алыштырғыһыҙ “йәме” булған калошты тыуған көнө менән һуңлап булһа ла ҡотлайыҡ. Сөнки унһыҙ ауылда “делать нечего!” Килешәһегеҙҙер?!

Ауыл "вездеходы"Ауыл "вездеходы"
Ауыл "вездеходы"

Ауыл “вездеходы”

Йәше-ҡарты галуш кейә
Йәйен-ҡышын ауылда.
Зәрә оҡшап ҡала галуш
Айырыуса яуында.

Һыу үткәрмәй, үҙе йылы,
Үтеп була бар ерҙән.
Йәлке булмаҫ уға урын
Биргәндә лә иң түрҙән.

Ауылдың вездеходы ул,
Везде ходит был галуш.
Ҡайһы саҡта шул галушҡа
Булып та ала талаш.

Кем өлгөрө, ул шуныҡы –
Тупһа төбөндә көтә.
Теләгән ереңә илтер –
Аяҡ тығыу ҙа етә!

Бер ҡараһаң, оло ҡата
Күршегә бара инеп.
Бер ҡараһаң, ғәйбәт тыңлай
Өй янында маз килеп.

Бер ҡараһаң, һыуға китә,
Унан һыйыр һауыша.
Кибеттә хужабикәгә
Ҡайсаҡ ләстит һатыша.

Магазинға ла йөрөй ул,
Мунса яға, ҡар көрәй.
Бер ҡараһаң, бәләкәсен
Санаға һалып һөрәй.

Бесән саба, йыя, ҡоя,
Ташып ала ҡураға.
Туфлиҙар асфальт тапаһа,
Был елдерә тураға.

Лаклы туфли ары торһон,
Йәшәһен беҙҙең ҡата!
Һикәлтәлә, тоғро эттәй,
Һәр ваҡыт көтөп ята!

Машинаға ла өйрәнде –
Тормоз-газды шәп белә.
Йыуып алһаң, ҡыуаныстан
Ялт та йолт итеп көлә.

Ҡатаң булмаһа, ауылда
Делать нечего, дуҫтар.
Ауыл вездеходы өсөн
Сәпәкәй итһен устар!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас