Йәмғиәт
9 Февраль , 03:55

Монасипта – ат ярышы!

7 февраль Иҫке Монасип ауылында, милли йолаларҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар араһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған ат ярыштары ойошторолдо. Кемдәр еңеүсе булды, тиһегеҙме?

Монасипта – ат ярышы!Монасипта – ат ярышы!
Монасипта – ат ярышы!

7 февраль Иҫке Монасип ауылында, милли йолаларҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар араһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған ат ярыштары ойошторолдо. Кемдәр еңеүсе булды, тиһегеҙме?

Ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Муллағолов барыһында сәләмләп, ярышта ҡатнашыусылар менән таныштырып, уларға уңыштар теләне.
Артабан уйындың судьяһы Рифат Баймырҙин ярыштың тәртиптәре менән таныштырып үтте.
Ярыш сәмен тойоп, аттар ҙа, хужалары ла ашҡына башланылар. Бына, ниһайәт, бәйгегә старт бирелде һәм саналы аттар ҡар бурандарын уйнатып алға елделәр.
5 саҡырым юл үтеп, финиш һыҙығын беренсе булып Инсур Хәлитов Орлик ҡушаматлы ат менән үтте. Икенсе булып Ринат Ҡунафин Сынок ҡушаматлы ат менән килде, өсөнсө булып Флүр Төлкөбаев Шайтан ҡушаматлы ат менән, дүртенсе Фәиз Муллағолов Буян ҡушаматлы ат менән килделәр.
Ат һөйөүселәр тағы ла ат егеү буйынса ярыштылар. Ярыштың шарты буйынса атты санаға егеп, аттар менән берҙе әйләнеп йөрөп килергә тейештәр.
Был ярышта беренсе Илгиз Муллағолов булһа, икенсе - Инсур Хәлитов, өсөнсө урынға Флүр Төлкөбаев сыҡты.
Ярыштың ҡунағы - Байназар ауылы уҙаманы Айрат Зиннур улы Салауатов ярышты ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, ошондай ярыштарҙың күберәк үтеүен теләне.
Еңеүселәргә дипломдар, миҙалдар һәм кубоктар тапшырылды.

Сығанаҡ: https://vk.com/staromunasipovo.covet

Монасипта – ат ярышы!
Монасипта – ат ярышы!
Монасипта – ат ярышы!
Монасипта – ат ярышы!
Монасипта – ат ярышы!
Автор:
Читайте нас