Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль , 10:05

Талҡаҫ күлен һаҡлау һәм йәмәғәт экоинспекторҙарын уҡытыу буйынса ҙур проект

4-5 мартта Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында ике көнлөк республика семинар-форумы үтә. Ул «Таҙа Талҡаҫ» ҙур социаль проектына старт бирә.

Талҡаҫ күлен һаҡлау һәм йәмәғәт экоинспекторҙарын уҡытыу буйынса ҙур проект
Талҡаҫ күлен һаҡлау һәм йәмәғәт экоинспекторҙарын уҡытыу буйынса ҙур проект

Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында «Башҡортостан Республикаһының ир-егеттәр ҡоро» атайҙар ролен күтәреү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы тормошҡа ашыра.

Проекттың маҡсаты - Талҡаҫ күленең уникаль экосистемаһын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү.

Йәмәғәт экология инспекторҙарын уҡытыу төп ваҡиға буласаҡ. Семинар барышында республиканың ҡала һәм райондарынан 150 экоәүҙемсе тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм теркәү алгоритмдарын (законһыҙ сүплектәр, ярҙарҙы бысратыу, урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә закон боҙоуҙар) практикала өйрәнәсәк һәм күҙәтеү органдары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итергә өйрәнәсәк.

“Маҡсатыбыҙ - йәмәғәт экологик контроленең тотороҡло системаһын булдырыу. Беҙ тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары өсөн дәүләткә урындарҙағы хәлде күҙәтеүҙә ярҙам итә алырлыҡ белемле, юридик яҡтан әҙерләнгән граждандар әҙерләйбеҙ”, - тип билдәләне Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, проект етәксеһе, “Башҡортостандың ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров. Һеҙ ҙә экологик инспектор була һәм тыуған төйәктең тәбиғәтен һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ!

Һеҙҙе 4-5 мартта Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан семинарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Ғаризалар 26 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Урындар һаны сикләнгән. Һеҙҙең унда ҡатнашыу мөмкинлегегеҙ тураһында өҫтәлмә хәбәр ителәсәк.

Теркәлеү өсөн һылтанма аша үтегеҙ:  https://forms.yandex.ru/u/6983319c9029022c6418b2ed 

Гүзәл Бикмәтова.

Фото авторы: Нияз Мирхәйҙәров

 

Автор:
Читайте нас