Йәмғиәт
5 Февраль , 11:55

“Үҙемде йәлләмәҫкә хәл иттем”

Һеҙҙә яман шеш булыуға оҡшаған, тип аңғартты. Башыма ток һуҡҡандай булды. Анализдарым әҙер булғансы, йоҡом йоҡо, ашауым ашау булманы. Өйөмдө ҡара томан баҫҡандай тойолдо. Башымды насар уйҙар солғап алды, көнөн аңҡы-тиңке йөрөйөм, төнөн балаларымды, иптәшемде йәлләп илап сығам. Тәрән ҡайғыға батып, тормош бөттө, тип уйланым.

“Үҙемде йәлләмәҫкә хәл иттем”“Үҙемде йәлләмәҫкә хәл иттем”
“Үҙемде йәлләмәҫкә хәл иттем”

Табиптар оҙаҡ йәшәүҙең сере – әүҙем тормош алып барыуҙа, дөрөҫ туҡланыуҙа, тип фаразлаһа ла, күп осраҡта нәҫелдән күсеүе лә, стресс та, экологияның насарланыуы ла яман шеш диагнозы менән сирләүселәрҙең һанын арттыра.

Был мәкерле сир менән көрәшергә, артабан йәшәргә көс табып, һаулығы яҡшырған райондашыбыҙ үҙ тарихын һөйләне.

“Түләүле клиникаға барып, үҙем өсөн анализдар бирҙем. Шунда уҡ табип шикләнеүен белдереп, мине онкомаркерға анализға ебәрҙе. Һеҙҙә яман шеш булыуға оҡшаған, тип аңғартты. Башыма ток һуҡҡандай булды. Анализдарым әҙер булғансы, йоҡом йоҡо, ашауым ашау булманы. Өйөмдө ҡара томан баҫҡандай тойолдо. Башымды насар уйҙар солғап алды, көнөн аңҡы-тиңке йөрөйөм, төнөн балаларымды, иптәшемде йәлләп илап сығам. Тәрән ҡайғыға батып, тормош бөттө, тип уйланым.

Сир раҫланды. Тәүге химиотерапия алдынан өйөмдө йышып тигәндәй ялтыратып йыуып, таҙартып, эстән барыһы менән хушлашып киттем. Һеңлемә «балаларымды ҡарарһың» тигән йөкмәткеле хат яҙып һалдым. Химиянан ҡайтҡас, оҙон сәсем ҡойола башланы. Тәүҙә ҡыҫҡартып ҡырҡтым, Өфөлә һеңлем менән кейәү илай-илай сәсемде ҡырҙылар. Шулай итеп 6 химиянан һуң операцияға инеп киттем. Ҡайтҡас, яҡындарым ярҙам иттеләр. Өсөнсө көндө тороп баҫтым. Әллә ни көсәнеп эш тә эшләп булмай, ләкин мин үҙ донъямды, балаларымды үҙем ҡарайым тип хәл иттем. Икмәк бешереп, кер элергә һәм башҡа аруҡ эштәрҙе булдыра алдым. Тағы 3 аҙна һайын бер йыл дауамында химиотерапияға йөрөнөм. Кешене өмөт йәшәтә. Йәйгелеккә үҙемә шөғөл булһын тип ҡош-ҡорт алдым, мал да бар. Һыйырҙы һауырға иптәшем аппарат һатып алып бирҙе. Ағын эшкәртәм, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Шулай итеп, нишләп үҙемде йәлләп ятырға тейешмен әле, тип үҙемде эш менән баҫтым. Яйлап үләндәр менән дә дауаландым, әммә артыҡ мауығып булмай. Ауырыу түгелмен әле, тип сәхнәгә лә сыҡтым, кешеләргә ярҙам иттем, байрамдар ойошторҙом, ҡунаҡҡа ла йөрөнөм. Хәрәкәттә – бәрәкәт тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Йәнә маҡсат булырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә миңә был ауырыуҙы бирҙе, уны еңеп сығырға көс тә бирҙе. Тимәк, мин йәшәргә тейеш. Балаларымды кеше итәм, донъямды бөтәйтәм, тип маҡсаттар ҡуйҙым, күңелемде төшөрөүгә юл ҡуйманым.

Был ауырыу мине тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтте. Аллаға шөкөр, бына 5 йыл үтте, үҙемде шәбәйгәнмендер тип уйлайым”, - тип тормошоноң иң ауыр мәлдәрен бәйән итергә көс тапты Гәүһәр (исеме үҙгәртелде) исемле райондашыбыҙ.

Ауырыу бер кемдән дә һорап килмәй. Шуға күрә, берәй ер ауырта башлағанын көтмәй генә, даими рәүештә тикшеренеүҙәр үтәйек, тормоштан йәм табып, һәр көндөң тәмен тойоп, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәйек!                                                         

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас