

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы XIX быуаттың башында барлыҡҡа килә. Ауылға нигеҙ һалыусы кеше отставкалағы зауряд есаулы Әҙелгәрәй Тимербаев була. Архивтағы бөтә документтарҙа ла уның исеме Әҙелгәрәй тип яҙылған. Ҡайһы осорҙан Ғәҙелгәрәй тип яҙа башлағандарҙыр, уныһы билдәһеҙ. Ауылды Шүлгән тип тә, Ғәҙелгәрәй тип тә йөрөтәләр. Документта – Ғәҙелгәрәй. Өсөнсө исеме лә бар – Әҙелғужа.
Архив документтарын анализлау шуны күрһәтә: ауылға нигеҙ һалыусылар – Ҡотан ауылы кешеләре. 1816 йылғы халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡотан ауылында барлығы 19 ғаилә йәшәгәнлеге билдәле, ә Ғәҙелгәрәй тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Һуңғараҡ Ҡотанда йәшәгән 19 ғаиләнең 13-ө күсеп килеп Ғәҙелгәрәйҙә йәшәй башлай, алты ғаилә Ҡотанда тороп ҡала. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә Ғәҙелгәрәй ауылы бар икәнлеге күренә: 21 ғаилә теркәлгән, дөйөм халыҡ һаны 213 кеше (108 ир-ат, 105 ҡатын-ҡыҙ). Архив документтарында ауылдың аныҡ ҡына барлыҡҡа килеү йылы билдәһеҙ. Яҡынса ауыл 1819 йылдарҙа барлыҡҡа килгәндер. 1859 йылда ла ауылда 21 ғаилә теркәлгән, һәм дөйөм халыҡ һаны 329 кешегә етә (165 ир-ат, 164 ҡатын-ҡыҙ). Малсылыҡ менән шөғөлләнеп, ярым күсмә тормош менән йәшәгәндәр. Игенселек эшен ихтирам итмәгәндәр. 1842 йылда 213 кеше тарафынан ни бары 112 бот иген сәселгән. Шулай итеп, революцияға тиклем ауыл ҙур ғына була. 1920 йылда Ғәҙелгәрәйҙә 447 кеше йәшәй. Халыҡ һаны буйынса 33 ауыл араһында 7-се урында тора.
Ғәҙелгәрәй ауылы Көнъяҡ Урал тауҙарының бер армыты булған Аҡҡашҡа тауы итәгендә урынлашҡан. Ауыл 6 өлөштән тора, сөнки ере тигеҙ түгел, ҡалҡыулыҡтар һәм улар араһындағы уялар менән бүлгеләнеп бөткән. Ауылға ингән саҡта уң яҡта Антон ҡалҡыулығы; Сүбәк күперен үткәс, оло юл ҡалҡыулыҡҡа тарта, быныһы – төп урам, ул Аҡҡашҡаға барып терәлә. Төп урам бөткән ерҙә, Һарыла аша уңға сыҡһаң, өсөнсө һәм дүртенсе ҡалҡыулыҡ; бишенсе ҡалҡыулыҡ Саҡай сабыны, унда ҡурсаулыҡтың контораһы; алтынсы ҡалҡыулыҡ – Майған тауы.
Ауылдың алты өлөшөнөң дә исемдәре бар. Төп урамдың атамаһы Шүлгән (элек Ленин) урамы, ҡалғандары – Антон урамы, Ҡурсаулыҡ (Саҡай) урамы, Тау (Махнедаем), Әхмәтйән (Нимесләр), Салауат Юлаев , Йәштәр. Бикйән, Дәүләтгәрәй һәм Майған урамы. Тәүге өс урамдың атамалары электән билдәле, ә тегеләре яңыраҡ таҡҡан ҡушамат. Тау урамына күсеп сыҡҡас, кешеләре үҙ-ара ҡунаҡ саҡырышалар икән. Йырлап, бейеп күңел асалар. Араларынан береһе әйтә икән: “Эшләйбеҙ ҙә, эсәбеҙ ҙә, маху не даем”, – тип. Шунан һуң ошо исем йәбешеп ҡалған. Нимесләр урамында бер ваҡыт ике күрше бик ҡаты ирешә икән. Төп урам кешеһе ишетеп ҡала ла: “Вәт ирешәләр, хас нимесләр кеүек,” – тип әйтә икән. Тегеләрҙең уҫаллығын нимесләр менән сағыштырғандыр инде.
Ауыл урынлашҡан ерҙә элек ҡуйы ҡарағай урманы була. Өйҙәр хәҙерге мәктәп бинаһы урынлашҡан тирәлә генә булған. Антон, Саҡай, Махнедаем, Майған – элекке сабынлыҡтар. Яңы ауылдың ҙур һыуы булмаһа ла, малсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләргә уңайлы: көтөүлектәр, сабынлыҡтар, йәйләүгә күсер ерҙәре иркен була. Йәйләүгә ҡотандар менән бергә сығып, бер тирәгәрәк ултырғандар. Күжә йылғаһы, уға ҡойған Ҡушйылға тамағы, Ҡушйылға башы яландары шүлгәндәрҙең элекке йәйләүҙәре булған.
Ауыл аша ҙур йылға аҡмай, халыҡтың эскән һыуы – Һарыла шишмәһе. Эргә-тирәлә ваҡ-ваҡ шишмәләр ҙә байтаҡ. Иң ҙур йылға – Шүлгән йылғаһы. Ул ауылдан ситтәрәк аға. Ауыл яйлап ҙурайған, ә халыҡ йылҡы, һыйыр малы көткән. Кәзә-һарыҡ әҙ булған. Кешеләр солоҡ япҡан, умарта юнған, ҡорт көткән. Кустарсылыҡ менән шөғөлләнеп, кәрәк-яраҡ (биҙрә, батман, көрәк, дегет, һалабаш һ.б) етештергән. Әҙерләгән әйберҙәрен әҙ-мәҙ игенгә алмаштырғандар. Халыҡтың төп аҙығы ит һәм һөттән етештерелгән ашамлыҡтар булған (ҡорот, эремсек, ҡатыҡ һ.б).
Миннәхмәт Йомағужин, тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы.
#АйыҡАуыл2025 #ТрезвоеСело2025 #БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы #ВсемирныйКурултайБашкир #БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы #Ғәҙелгәрәйауылы
#Бурзянскийрайон