Йәмғиәт
5 Февраль , 11:30

“Балаларым хаҡына йәшәйәсәкмен”

Һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуына дусар булыусылар арта. Исеменән үк күренеп тороуынса, үтә лә яман сирҙәрҙең береһе ул. Йәше-ҡартына, йәшәү рәүешенә, шөғөлөнә ҡарамай, уға һәр кем тарыуы ихтимал.

“Балаларым хаҡына йәшәйәсәкмен”“Балаларым хаҡына йәшәйәсәкмен”
“Балаларым хаҡына йәшәйәсәкмен”

Был аяуһыҙ сир менән көрәшергә, артабан йәшәргә көс тапҡан, һаулыҡтары яҡшырыу яғына барған райондашыбыҙ үҙ тарихы менән уртаҡлашты.

-Мин был сир менән 2021 йылдан танышмын. Коронавирус менән ауырығандан һуң ҡапыл ғына килеп сыҡты ул миндә. Организмдың көсһөҙ ваҡытын көтөп торғандыр инде. Түшемдәге яман шеште үҙем һиҙеп ҡалдым. Табип шунда уҡ анализ (биопсия) бирергә онкология диспансерына ебәрҙе. Анализдың һөҙөмтәһен миңә телефондан шылтыратып ҡына әйттеләр. Һеҙҙә – яман шеш... Нисектер иламаным да, тиҙ генә ҡабул да итә алманым. Шок хәлендә 2-3 көн йөрөгәндән һуң, ысҡынып илап, бушанып алдым. Үҙемде ҡулға алып, мин был сирҙе барыбер еңәсәкмен, балаларым хаҡына йәшәйәсәкмен әле, тигән ныҡлы маҡсат ҡуйҙым һәм дауалау курстарын башлап ебәрҙем. Химия терапияһы үттем. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ошо химиотерапия иң ауыры ла инде. Диагноз үҙе стресс, сәс ҡойолоу - тағы бер стресс. Мунсала шым ғына илап алған саҡтар булды.

Операция эшләнеләр, унан тағы химия терапияһы. Диагноз ҡуйылғандан алып тулыһынса дауалау курстары үтеп бөткәнгә тиклем 9 ай ваҡыт уҙҙы. Аллаға шөкөр, мин иҫән-һау, әлегә һаулығыма зарланмайым. Һәм ул 9 ай яман төш кеүек кенә булып иҫтә ҡалды.

Ошо ауырыу менән ауырығанда тормош иптәшеңдең, туған-дарыңдың, дуҫтарыңдың кем икәнлектәре беленә лә инде. Шунда уҡ аралашыуҙан туҡтағандары, сирҡанғандай ҡарап үтеүселәре була, шулай уҡ сит-ят кешеләр араһынан ярҙам ҡулы һуҙыусылар, йылы һүҙ менән дәртләндереп ебәреүселәр була, - ти Ләйсән (исеме үҙгәртелде).

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас