

1 февралдән тәрбиәгә бала алғандар бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе арттырылған күләмдә ала. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе уны 5,6 процентҡа индексацияланы - хәҙер 32 718, 02 һум тәшкил итте.
Ғаилә тәрбиәгә инвалид бала, 7 йәштән өлкән йәки бер туғандар булған 2 йәки унан күберәк бала алған осраҡта түләүҙең күләме арта. Был осраҡтарҙа пособиеның күләме 1 февралдән 249 992,30 һум була.
Түләүгә хоҡуҡлылар:
-уллыҡҡа алыусылар;
-опекундар;
-попечителдәр;
-сит баланы аҫрауға алған ата-әсәләр (приемные родители).
(Рәсәй Социаль фонды сайтынан).