Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 16:55

Уйылдан мулла сихыр-әмәлдән дә дауаланы

... Теге ҡатын, үсләшеп, Итңнулланы сихырлата. Теге ауырый башлай һәм сихырланғанын үҙе лә аңлай. Беҙ һал менән ялан яғына сыҡһаҡ, теге ҡатын: “Миңнулла нисек йәшәй? Өйләндеме? Ауырымаймы?” - тигән һорауҙарын яуҙыра башлай. Шунда уҡ уның Миңнулланы сихырлатҡанын аңларға була ине. Миңнулла көслө ауырый башлай, ашамай-эсмәй, ҡаҡ һөйәккә ҡала. Ул табип-муллаға мөрәжәғәт итергә була. “Ағай, үлтермә, мине сихырланылар”, - тип асығын һөйләп бирә. Мулла иғтибар менән тыңлай. “Ярай, сихырҙы тау-ташҡа ҡайтарырмын”, - ти. “Юҡ, кем сихырлаған, үҙенә төшһөн ”, - тип ныҡыша Миңнулла.

Уйылдан мулла сихыр-әмәлдән дә дауаланы
Уйылдан мулла сихыр-әмәлдән дә дауаланы

 

Уйылдан муллаға әмәлләнгән, сихырланған кешеләр йыш мөрәжәғәт иттеләр. Шуларҙың берәүһе - үҙебеҙҙең ауыл кешеһе, табип-мулланың ике туған ҡустыһы (Миңнулла тип атайыҡ) Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, ялан яғында бер ҡатын менән таныша, тик күңеле тартмай, ташлап ҡайтып китә. Теге ҡатын быға үсләшеп, уны сихырлата. Миңнулла ауырый башлай һәм сихырланғанын үҙе лә аңлай.

Беҙ һал менән ялан яғына сыҡһаҡ, теге ҡатын: “Миңнулла нисек йәшәй? Өйләндеме? Ауырымаймы?” - тигән һорауҙарын яуҙыра башлай. Шунда уҡ уның Миңнулланы сихырлатҡанын аңларға була ине.

Миңнулла көслө ауырый башлай, ашамай-эсмәй, ҡаҡ һөйәккә ҡала. Ул табип-муллаға мөрәжәғәт итергә була. “Ағай, үлтермә, мине сихырланылар”, - тип асығын һөйләп бирә. Мулла иғтибар менән тыңлай. “Ярай, сихырҙы тау-ташҡа ҡайтарырмын”, - ти. “Юҡ, кем сихырлаған, үҙенә төшһөн ”, - тип ныҡыша Миңнулла. Мулла тәрбиәләгәс, ул яйлап арыулана башлай, ә теге сихырсы ҡатында бер нәмә лә юҡ. Ҡатындың еткән улы бар ине, шул улы ауырый башлай. Сихыр аймылыш төшә. Ул малай кибеп-ҡатып шешекләп мәрхүм була.

Миңнулла шәбәйеп, аяҡҡа баҫа. Хәҙер өйләнеп, донъя көтөргә кәрәк. Күрше ауылда ире һуғышта үлеп ҡалған Ғилминур исемле ҡатын йәшәй, балалары юҡ. Миңнулла шул ҡатынға барып, үҙенең эс серҙәрен сисә, киләсәктә бергә йәшәү дәрте менән яна. Ғилминур ыңғайламай, тәҡдимде кире ҡаға. Миңнулла бабай башлаған эште ташлап ҡуя торған кеше түгел ине, ни тиһәң дә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Дон йылғаларын кисеп, фашистар менән алышҡан кеше.

Ғилминурға тағы бара, үҙенең мөхәббәт утында яныуҙарын бәйән итә. Юҡ, ризалыҡ ала алмай. Миңнулла табип-мулла ағаһына хәлде һөйләп бирә. Мулла ҡустыһының ут эсендә янғанын аңлай һәм сәй өшкөрөп бирә. Миңнулла өшкөртөлгән сәйҙе ике туған һылыуына биреп, Ғилминурға эсереүен үтенә. Һеңлеһе яйын тура килтереп, сәйҙе эсерә. Шул көндән башлап Ғилминур икенсе кешегә әйләнә. Быға тиклем тәҡдименә риза булмай йөрөгән Ғилминурҙың йөрәгендә Миңнуллаға мөхәббәт уттары ҡабына.

Миңнулла бабайҙың хыялдары тормошҡа ашты, бәхетле оҙон ғүмер үтеп, 4 ҡыҙға, 3 улға йәшәү бәхете бүләк иттеләр улар. Табип-мулланың бына шундай көс-ҡөҙрәте булғанына инандым мин.

Табип-мулланың улы Рәсүл тураһында ла бер аҙ яҙып китмәһәм, яҙыҡ булыр. Рәсүл бәләкәйҙән атаһының доғаларын, тәрбиәүи ысулдарын тыңлап, күреп үҫә. Атаһы гүр эйәһе булып ҡалғас, уның эшен дауам итә. Йәшерәк саҡта баҙнатһыҙыраҡ була, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ғына ихласлап халыҡты дауаларға тотона. Уның дауалау ысулдары, килгән ауырыуҙарҙың һауығып ҡайтыуҙары тирә-яҡҡа тиҙ тарала. Ҡыш көндәре кешеләр Ғәлиәкбәргә тиклем машина менән килһәләр, ҡалған юлды ат яллап барырҙар ине.

Быуындан быуынға күсә килгән ғилемлек Рәсүл мулланың улы Фитратҡа ла күсә. Ул да атаһы йоғонтоһонда дингә ылыға һәм ошо изге эште быуындан быуынға еткереү маҡсатында, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә дини белем алып сыҡты.

(Бөрйән аҡһаҡалы, “Таң” гәзитенең  тоғро дуҫы, авторыИсмәғил Яманаевтың “Үкенерлек түгел үткәндәр” тигән китабынан).

Автор:
Читайте нас