Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль , 17:00

Өшкөрөмө бик килешә ине Бөрйәндең атаҡлы халыҡ табибы Уйылдан мулла тураһында.

Мин ҡайтырға сыҡтым, төн ҡараңғы. Ҡалыу мороно тигән ергә еттем. Нөгөш буйынан киттем. Ҡапыл фонарь менән яҡтыртҡандай алдағы юлым һәм тирә-яғым яҡтырып китте. Мин һиҫкәнеп ҡуйҙым, ай яҡтыһы төшкәнме икән әллә, тип күккә ҡараным. Юҡ, күктә ҡара болоттар йөҙә. Юлды дауам итәм. Аһыллы яланына еткәйнем, тағы ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Минең башта төрлө уйҙар сыуала. Кешеләрҙең Арыҡтай яланында ен-пәрейҙәр күреүҙәрен ишеткәнем бар. Әллә Арыҡтай ене эйәреп киләме, тип, атымды ҡыҙыулата төштөм. Һарыҡ алып ҡасҡан тауын менеп, Ҡотан тауына еткәс, йөрәк әҙ генә тынысланды. Ни тиһәң дә, ауыл яҡын.

Өшкөрөмө бик килешә ине Бөрйәндең атаҡлы халыҡ табибы Уйылдан мулла тураһында.
Өшкөрөмө бик килешә ине Бөрйәндең атаҡлы халыҡ табибы Уйылдан мулла тураһында.

Уйылдан мулла тураһында белгәндәремде бер аҙ яҙырға булдым. Уйылдан мулланың атаһы Мөхәмәҙиә, уның атаһы Мөхәмәтғәзи, әсәһе Сәғиҙә була. Мөхәмәҙиә олатай әсәйемдең әсәһе Сәхипьямал өләсәйем менән бер туғандар. Әсәйем Уйылдан мулла менән ике туғандар ине.

Медицина фәндәре кандидаты, ғалим Варис Зыяҡай улы Ғүмәров Үрге Нөгөшкә табип-муллаға килгәндә, мин Үрге Нөгөштә йәшәй инем (1971 йыл булһа кәрәк). Ғалим менән табип-мулла 3 көн эсендә бер-береһе менән яҡын туғандар кеүек булып киттеләр, хатта яҡындағы болондарҙа дарыу үләндәре ҡарап йөрөнөләр. Һуңынан ғалим халыҡты йыйып, медицина темаһына әңгәмә үткәрҙе, һорауҙарға яуаптар, файҙалы кәңәштәр бирҙе, табип-мулла тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.

Йылан саҡҡан кешене дауаларлыҡ дарыу медицинала әле табылмаған. Ә табип-мулла, арбау юлы менән кешеләҙе саҡҡан йыландарҙан ҡотҡарған (арбағанда саҡҡан йылан эргәләренә килеп йән биргән). Уйылдан мулланы ярты Башҡортостан белә ине, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Беҙ ҡапсыҡта ятмаған кеүек, табип мулланың да исеме тирә-яҡҡа тарала.

Бер ваҡыт Мәләүез районының Боһорман тигән урыҫ ауылынан бер ҡатын мулланы ишетеп ҡала, ауырыған ҡыҙын арбаға ултыртып, Үрге Нөгөшкә тура юлдан килеп сыға. Мулла ҡыҙҙы тәрбиәләгәс, ауырыуҙың хәле бер аҙ арыулана төшә. Ҡатын күп уйлап тормай, ҡыҙын тейәп тағы ла Үрге Нөгөшкә табан юлға сыға. Тик табип-мулла өйҙә булмай сыға. Ишембай районының Кәбәс ауылына ҡыҙына ҡунаҡҡа киткән була. Ҡатын юғалып ҡалмай, юл һорашып, ҡағыҙға һыҙҙырып ала ла, тағы юлға сыға. Ә ара алыҫ - тау-таш, таныш булмаған ҡара урмандар аша 35 саҡрым барырға. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, ҡатын табип-мулланы табып, ҡыҙын тәрбиәләтеп алып ҡайта. Килеп-ҡайтыуы менән бергә барлығы 200 саҡырым юл үтә. Мосолмандар булмаһалар ҙа, уларҙы өмөт тигән нәмә рухландыра, шәбәйеүҙәренә көс өҫтәй. Һуңынан ишетеүемсә, ул ҡыҙ үҫеп етеп, тормошҡа сыға. Бындай хәл үҙебеҙҙең ғаиләлә лә булды. Өсөнсө синыфта уҡып йөрөгән ҡыҙыбыҙ ҡапыл ғына ауырып китте. Мин Ғәлиәкбәргә килеп, фельдшер Шәкирә Ғәбитованы алып ҡайттым. Уның яңы ғына эш башлаған мәле. Ҡулынан килгәнсе тырыша, тәрбиәләй ҡыҙыбыҙҙы, әммә ҡыҙҙың температураһы аҙ ғына төшөп тора ла кире күтәрелә. Шәкирә аптырауға ҡалды. Баланың эргәһенән китмәй, ҡыҙыбыҙҙың хәле мөшкөл.

Шул ваҡыт Шәкирә: “Ағай, әллә теге мулла бабайҙан тәрбиәләтеп ҡарайыҡмы?”- тимәһенме. Мин табип-муллаға барып һөйләнем. Ул миңә: “Һуң һин врач килтергәнһең түгелме?”- тип төрттөргәндәй әйтеп ҡуйҙы. Күрәһең, тәүҙә үк үҙенә әйтмәгәнгә үпкәләгәндер.

Шәкирә мине тағы ла Ғәлиәкбәргә дарыуға ебәрҙе. Ноябрь айы, Нөгөштөң боҙо туңмағайны. Ҡараңғы төндә тау аша Ғәлиәкбәргә килеп етеп, фельдшер Мәрйәм апай Яҡупованың (хәҙер мәрхүм) фатирының ишеген шаҡыным. Хәлде асыҡлағас, Мәрйәм апай медпунктты асып, Шәкирә һораған дарыуҙарҙы бирҙе.

Мин ҡайтырға сыҡтым, төн ҡараңғы. Ҡалыу мороно тигән ергә еттем. Нөгөш буйынан киттем. Ҡапыл фонарь менән яҡтыртҡандай алдағы юлым һәм тирә-яғым яҡтырып китте. Мин һиҫкәнеп ҡуйҙым, ай яҡтыһы төшкәнме икән әллә, тип күккә ҡараным. Юҡ, күктә ҡара болоттар йөҙә. Юлды дауам итәм. Аһыллы яланына еткәйнем, тағы ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Минең башта төрлө уйҙар сыуала. Кешеләрҙең Арыҡтай яланында ен-пәрейҙәр күреүҙәрен ишеткәнем бар. Әллә Арыҡтай ене эйәреп киләме, тип, атымды ҡыҙыулата төштөм. Һарыҡ алып ҡасҡан тауын менеп, Ҡотан тауына еткәс, йөрәк әҙ генә тынысланды. Ни тиһәң дә, ауыл яҡын.

Тауҙы төшөп, Бәккән йылғаһын сығып, 20 метр самаһы барһаң, ауыл уттары күренә башлай. Бәккән йылғаһының күпере бар, күперҙе үткәндә ат тояғының тауышы әллә ҡайҙа алыҫҡа ишетелеп тора. Күперҙән үтеп, байтаҡ ер уҙғас, күперҙән сығып килгән ат тояҡтарының тауышы ишетелде. Әллә берәйһе минең арттан киләме икән, тип байтаҡ туҡтап торҙом, тик бер нәмә лә күренмәне, тауыш-тын юҡ. Был тиген нәмә түгелдер тип, атымды шәп ҡыуып, ауыл яғына елдерҙем.

Мин ҡайтып ингәндә таңғы 4 тирәһе ине. Өйгә инһәм, Уйылдан мулла ҡыҙыбыҙҙы өшкөрөп тәрбиәләй, Шәкирә лә бергә. Мулланың баланы өшкөрөүен иғтибар менән ҡарап ултырҙым. Ул доғаһын уҡый ҙа, баланың баштарынан, биттәренән һыйпай, тирә-яғына өргөләп ала, унан һуң баланың кейеменең төймәләрен ысҡындырып, ҡулдарын алмаш-тилмәш ҡуйынына тыға.

Ул эшен бөткәс, юлдағы хәлде һөйләнем. “Юҡҡа хафаланғанһың, улым, һин бит изге юлда йөрөйһөң, Аллаһы Тәғәлә һиңә юлдаш итеп Хызыр Ильясты ебәргән, һинең юлыңды шул яҡтыртып килгән”, - тине.

Ҡыҙ иҫһеҙ ята, мулла-табип иртәгә килергә һүҙ биреп, ҡайтып китте. Иртәгәһенә төрлө ысулдар менән тәрбиәләй башланы: әрем, артыш яндырып ыҫлай, өҫтөнән дә өшкөрөп доғаларын уҡый. Шулай кискә тиклем.

Мулланы сәйгә саҡырҙыҡ. “Иншаллаһ, шәбәйеп китер, Алла бирһә”, - тине ул сәйгә ултырғас. Иҫһеҙ ятҡан бала башын күтәрҙе лә: “Әсәй, минең дә сәй эскем килә”, - тимәһенме. Уйылдан мулла йылмайып ҡыҙыма ҡараны ла: “Ҡуҙғалмай ғына ятып тор, балам, иртәгә тороп йөрөй башларһың”, - тине. Бына мөғжизә! Шунан башлап ҡыҙыбыҙ Гөлдәр шәбәйҙе лә китте. Әле лә иҫән-һау, Вәхит кейәүебеҙ менән биш балаға ғүмер бирҙеләр.

Бына шулай, табип-мулланың иҫ киткес дауалау ысулдарына, хәл өҫтөндә ятҡан баланы аяҡҡа баҫтырыуына шаһит булдым мин. Ни тиһәң дә, беҙҙең быуынды ул ваҡытта 60 йылдан ашыуыраҡ марксизм-ленинизм идеялары менән тәрбиәләнеләр бит. Үҙем коммунист булмаһам да, икеләнеү тойғоһо бар ине.

(Бөрйән аҡһаҡалы, “Таң” гәзитенең  тоғро дуҫы, авторы Исмәғил Яманаевтың “Үкенерлек түгел үткәндәр” тигән китабынан).

Автор:
Читайте нас