Яңыраҡ телевизорҙа ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та бер ваҡиғаны күрһәттеләр. Розеткаға ҡапыл ут ҡапҡайны, бер егет һүндермәк булып утҡа өрә башланы. Ут һүнмәгәс, йүгереп барып, сепрәк(ҡулъяулыҡ булды шикелле) алып килде лә, шуның менән елпетергә тотондо. Былай ҙа ут һүнмәгәс, аптыранды теге, әл дә һыу килтереп һипмәне, токтан һуғылыр ине. Ҡаңғырҙы ғына, аҙағы ни менән бөткәндер, күрһәтмәнеләр.
Шул ваҡыт үҙемдең бер йылғы ут менән көрәшкәнем иҫкә килеп төштө. “Жигули”ем менән район үҙәгенә тип юлға сыҡҡайным, Сәңгелдене төшөп барғанда, капот аҫтынан төтөн ялбырлауын аңғарып ҡалдым да йәһәт кенә машинамды туҡтатып һүндереп, төшә һалып капотымды асып ебәрҙем. Һауа етмәй торған икән, машинам дөрләп яна башланы. Ҡаушап ҡалманым, яратып ҡына кейгән курткамды сисә һалып, ут бөрккән урынға йомарлап тыҡтым да, ҡышҡы ҡарлы мәл ине, услап-услап ҡар алып двигателем өҫтөн тултырып ташланым. Юл ситендәге ҡатҡан ҡарҙы тырнай торғас бармағым һыҙырылып ҡанай башлауына ла иғтибар итмәгәнмен. Эргәмдән бер машина жыйлап үтеп китте, туҡтап торманы, янып ятыуымдан ҡурҡҡандыр инде йәш кеше, бер-бер хәл булһа шаһит булып йөрөү эш түгел тигәндер. Утты томалап бөтөүөмә аҫҡы юлдан Ҡонафин Ринат ҡусты менән Искужин Салауат ағай килеп сыҡтылар. Машинанан төшөп эргәмә килделәр. Хәлемде һөйләгәс, “Нисек ҡурҡманың, Мөнир ағай, машинаң шартлаһа!”- тине Ринат, ғәжәпләнеп. Тәүге генә машинам (хәҙер дүртенсеһен алдым инде) ҡәҙерле, “Шартлаһа, бергә шартлайым инде” тинем. Дөрөҫөрәге, үҙемде уйларға ваҡыт булманы ул ваҡытта, еңмешлек тә етәһелер, алдымдағы утҡа бирешеп торғо килмәй бит инде.
Быларҙы мин ни өсөн яҙам? Беҙ, беҙҙең осор балалары йәшәйештәге һәр киҫкен осраҡҡа ла әҙер һәм күндәм, ҡатынҡы булып үҫтек. Беҙҙе өйҙә лә, мәктәптә лә тормошҡа ныҡлы әҙерләнеләр. Тәүәккәл, ҡыйыу һәм сыҙамлы итеп. Атайым, һуғыш яугире 53 йәшендә генә, миңә 15 тә тулмағайны әле, үлеп китте. Ә бит иҫ белгәндән алып ул беҙҙе бер ҡасан да эшһеҙ тотманы. Кәбир ҡустым менән икебеҙҙе урманға тыранса ярырға ла алып китер ине, утын әҙерләргә лә. Айыуһаҙында ҡыуышта ятып, төнөн айыу маҙаһыҙлай башлағас, һуңынан Муйылтүбәләге йортҡа барып йоҡлап бесән эшләй торғайныҡ. Картуф сәсеү, утау, йыйып алыу беҙҙең мотлаҡ эшебеҙ һымаҡ тойолдо. Ҡустының әлеге өйө алдындағы иҫке өйөбөҙҙөң ағасын да атай менән Оҙонсал буйындағы ҡаршы тауҙа йығып, ботап, арҡанға бәйләп шыуҙырып төшөрҙөк. Атай урмандан алып ҡайтҡан ҡоро утынды станға һалып арҡыры бысҡы менән бәләкәйҙән бысып сыныҡҡанлыҡтан Әбделмәмбәттә ятаҡта ятып уҡығанда йыуан-йыуан ҡайындарҙы бысыу беҙҙең өсөн, Азат әйтмешләй. “шүтнә” ине. Һыҙырып эшләнек, “комендант”ыбыҙ Хөмәйрә инәй бик тынғыһыҙ, үтә егәрле кеше булды, беҙҙе ныҡ эшләтте, эште яратып башҡарырға өйрәтте. Ятағыбыҙ тау өҫтөндә бит инде, көн дә аҫтағы Оло йылғанан көйәнтәләп һыу ташытыр ине, үҙебеҙ өсөн күп итеп йәшелсә, кәбеҫтә, картуф үҫтерҙек. Кәбеҫтәне турап тоҙлау ҙа беҙҙең эш булды. Эшләгәс ашауға ла әрһеҙбеҙ, көн һайын тиерлек сусҡа итенән кәбеҫтәле аш бешерерҙәр ине, яратып ашаныҡ. Ашнаҡсылар Роза менән Хөснә апайҙарҙың телеңде йоторлоҡ тәмле шул аштарын бөгөн булһа һағынам. Ятағыбыҙҙың кәртәһендә башмаҡ ҙурлыҡ сусҡалар көттөк, уларға ла ашарға алмашлап беҙ һала торғайныҡ. Ятаҡ һәм мәктәп өсөн яҙ һайын урманға сығып утын әҙерләнек, машинаға тейәп ташыныҡ. Шул хаҡта район гәзитендә баҫылған бер мәҡәләм дә һаҡлана миндә. Етенселә уҡығанымда яҙғанмын.
Шуны ла әйтмәй булмай, ул ваҡытта беҙ ятаҡ балалары хәҙергеләр һымаҡ йомшаҡ, йылы автобустарҙа йөрөмәнек, ялға кемуҙарҙан йүгерешеп, ярыша-ярыша ҡайта инек. Ауылға 12 километр. Иртәгәһенә йөкмәнешеп, ауылға әйләнеп ҡарай-ҡарай яйлап баҫып китер инек. Тәбиғәтте күҙәтеп барҙыҡ, һөйләшеп, көлөшөп, яҡты хыялдарға бирелеп...хәрәкәттә һәм саф һауала--был беҙҙең иң яҡшы сәләмәтлек дәресе булған.
Бына шулай, бер нәмәнән, бер эштән, бер ниндәй ҙә тормош ҡытыршылығынан ҡурҡмай киләсәк тормошобоҙға әҙер булып үҫтек. Ә колхозыбыҙ беҙҙе күпме тотондо: миндек бәйләнек, силос һалыуҙа, бесәндә йөрөнөк, яландарҙы таштан таҙарттыҡ, хатта мал йәйләүҙән ҡайтыуға ферманы таҙалап ҡуйыу ҙа беҙҙең елкәлә ине. Өмәләргә алып сыҡтылар, тимурсылар булып та йөрөнөк.
Шул ваҡыттарҙы уйлайым да хайран ҡалам, хәҙер балаларға тегене ашатырға ярамай ҙа быны ашатырға ярамай, эшләтергә ярамай, нимәне генә алма ярамай ҙа ярамай...балаға тауышыңды күтәреңкерәп өндәшергә лә ярамай. Беҙ әҙергә-бәҙер, еңел-елпе, тормошҡа яраҡһыҙ кешеләр тәрбиәләйбеҙ түгелме? Балалар өсөн үҙебеҙ йүгерәбеҙ, үҙебеҙ эшләйбеҙ. Ғилми-эҙләнеү эше булһынмы, олимпиада, имтихан эштәреме, йәшерен-батырыны юҡ, күберәге үҙебеҙҙең ҡул менән эшләнә. Яңы йылға ижад итеп үҙенсәлекле мини-шыршы эшләү, бүтән төрлө ҡул эштәре конкурсына әсәйҙәр ҙә әүҙем ҡушылып китә, балаларыбыҙ өсөн үҙебеҙ һүрәттәр төшөрәбеҙ, шиғырҙар яҙабыҙ. Һәм уларҙы данға күмәбеҙ. Хәтеремдә 5-се класта уҡыған сағымда “Таң”да “Юлай ниңә илай?” 7-се лә уҡығанымда “Башҡортостан пионеры”нда “Һуғыш” исемле шиғырҙарым баҫылды, район гәзитендә мәктәп тормошонан мәҡәләләр сығара инем. Минең өсөн бер кем дә яҙып бирмәне. Уҡытыусыларым хатта минең ижадымды белмәнеләр ҙә, ҡыҙыҡһынманылар ҙа шикелле. Ә бит бер дәфтәр итеп шиғыр юлдары менән әкиәт тә яҙғайным. Тик ул үҙем өсөн генә һымаҡ булды ла, аҙаҡ юғалды. Башҡорт теле уҡытыусыһы инша яҙырға ҡушһа эй ҡыуаныр инем. Ялға ҡайтҡас Ташморондоң иң түбәһендә, ялбыр ҡарағас төбөнә ятып рәхәтләнеп яҙғаным хәтерҙә. 12 битлек дәфтәрҙе тултырып икенсе дәфтәрҙең өс-дүрт битенә сығарып яҙғайным ул иншамды. Уҡытыусымдан башҡа бер кем дә белмәне лә күрмәне лә минең был эште.
Маҡтап шашындырмауҙары бик яҡшы булған тим бөгөн. Ә хәҙер балаға үҙебеҙ эшләп бирәбеҙ ҙә конкурста еңдерәбеҙ. Бәләкәй генә “эшенә” лә матур итеп яҙып Маҡтау ҡағыҙы тотторабыҙ, хатта район гәзитенә ҙур итеп яҙып сығарабыҙ. Уҡыусының шул ялған эшенә таянып уҡытыусы үҙенең эшен күрһәтә(Эх, ошо мәлдә бөтә йөрәк көсөн һалып, бына тигән дәрестәр биргән уҡытыусының хеҙмәтен кем күрә?!), маҡтала, хатта юғары исемдәр алырға ла мөмкин. Ә баланы урлашырға, алдашырға өйрәтеүебеҙ хаҡында уның башына ла инеп сыҡмайҙыр.
Шундай уҡыусыларымды беләм, баяғы Маҡтау грамоталары уларҙың услап тотмалы ине, уҡыу йәки мәктәптең ижтимағи эштәрендә әүҙем ҡатнашыу өсөн генә түгел, әйтәйек, мәктәп һабантуйында йүгергән өсөн дә, һикергән өсөн дә бирҙек. Егеттәребеҙ бөгөн эшҡыуарҙа эшләй йәки өйҙә генә ята икән, теге грамоталар нимәгә кәрәк булды?..
Тағы шуныһы, хәҙер уҡытыусылар күберәген үҙҙәренең балалары менән шөғөлләнеүҙе ғәҙәткә әйләндереп бара. Ижади йәки эҙәрмәнлек эшеме, бүтән төр конкурсҡа эш эшләйәме, хатта уҡ атамы... ҡатнашыусы һәм призлы урын алыусы—уҡытыусы балаһы. Быны хәҙер башҡа балалар ҙа аңлап бөткәндәр, һәләте булһа ла ситтәрәк йөрөүҙө хуп күрәләр, уҡытыусыны асыуландырыу файҙаға түгел тиҙәрҙер инде.
Балаларыбыҙҙы өйҙә лә эшкә бигүк ҡушып бармайбыҙ, ҡулында телефон, компьютерҙа уйын уйнауҙан бушамай. Хатта мәктәптән күптән сығып киткән, армиянан ҡайтҡан малайҙарыбыҙҙы ла эшкә бик йәлеп итмәйбеҙ. Өйгә нигеҙ ҡорғанда, бура күтәргәндә эштә ҡатнашмай өйҙән сыҡмай ятҡан малайҙарҙы күргәнем бар. Техникаға таянып бесәнде лә атайҙар үҙҙәре генә эшләүгә күсеп баралар. Мал һуйғанда ла малайҙар ситтәрәк йөрөй. Тағы иҫкә төшә: атай заманында беҙ кәзәне күп көттөк, беҙҙең ала кәзәләребеҙ үҙҙәре айырым төркөм булып тау ҡыҙҙырып йөрөй торғайны. Атай кәзә салып тиреһен һыҙырғанда Кәбир ҡустым менән икебеҙҙе эргәһенән ебәрмәне, кәзәнең тояғынан тотоп торор инек, мал һуйырға өйрәнһендәр тигәндер инде ҡәҙерле кешебеҙ.
Берәүҙең: “Мөнир ағай, минең малайҙан машинаңды ремонтлатҡанһың,”— тип ярһып көйәләнеп тороуын онотмайым. Ул “бала йәнле” атайҙың “эшләгәне миңә— өйрәнгәне үҙенә”тигәнде уйламауы, белмәүе һағайта. Ә бына йәлләгән улының араҡы эсеп, тәмәке тартып урам буйлап йөрөүөн белмәмеш тә күрмәмеш.
Тағы шул иҫкә төшә: бер йылы, август аҙағында шикелле, кис ҡырында ғына бер малай пакет менән бәшмәк алып килеп инде. Мөнир апа, ал, 500-гә генә һатам ти был. Ә беҙ ҡатын менән оҙон юлдан ҡайтып ҡына тора инек. Юл ыңғайы Яуымбайҙың Әрҙәнә тауы башындағы ҡарағайлыҡ араһынан бер тоҡ итеп шул уҡ аҡ бәшмәкте йыйып алғайныҡ. Тегегә: “Ана беҙҙең бер тоҡ бәшмәкте ал, бушлай бирәм,”— тигәс, ғәжәп итеп сығып китте был. Һуңынан ишетәбеҙ: бәшмәген бер әбейгә барыбер ҙә 500 һумға көсләп һатҡан. Бына нисек беҙ балаларыбыҙҙы аҡса эшләргә өйрәтәбеҙ: намыҫ, выждан, кешелеклелек төшөнсәләрең ары торһон.
Бар, әлбиттә, малайҙарының киләсәген хәстәрләп бәләкәстән мәрхәмәтлелеккә, тормошҡа, эшкә өйрәткән, рулгә ултыртҡан, техника ремонтлатҡан бына тигән атайҙар. Ундайҙарға афариндан башҡа ни әйтәһең.
Әммә барыбер ҙә борсолдорғаны: баланың бәләкәй генә эшен дә ҙур итеп баһалап унда мин-минлек барлыҡҡа килтереүебеҙ, уның өсөн күбеһен үҙебеҙ эшләүебеҙ, һәр эшен аҡса һәм Маҡтау ҡағыҙы менән баһалауыбыҙ, физик эштә сыныҡтырмауыбыҙ. Кемдәр тәрбиәләйбеҙ беҙ? Баяғы бәләкәй генә утты ла һүндереү сараһын тапмаған һәм белмәгән офис хеҙмәткәреләй эшкинмәгән йомшаҡҡай(йәнең көйөрмө-юҡмы?!) мәмәй-кешекәйҙәрҙеме? Уйланайыҡ, йәмәғәт!
Мөнир Фәйзуллин, педагогик стажы 29 йыл булған пенсиялағы уҡытыусы, журналист
Авторҙан:
Түбәндәге фотоны 1977 йылдың йәйендә төшөрҙөм. Ул ваҡытта мин ауыл клубы мөдире булараҡ ауылдаштарҙы эш урындарында фотоға төшөрөп стена гәзиттәре сығара торғайным. Был фотола тарихлаштырылған ваҡиға - Фәрит ағай Билалов етәкселегендә ауылдағы бер төркөм малайҙар менән Ғиләжев Байрамғәленең тракторы арбаһына(!) тейәлешеп Олоһаҙ яланын таҙаларға барҙыҡ. Ул ваҡытта яландарҙы киңәйтеү эше бик йылдам бара ине. Малайҙар менән яландағы ботаҡтарҙы, таштарҙы “Беларусь” тракторы арбаһына тейәп ялан ситенә сығарып түктек. Малайҙар бәләкәс булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен эшкингән егеттәрҙәй тойоп, бригаданың ҙур көсө булып, байтаҡ күләмдә файҙалы эш башҡарҙылар, татыу рәүештә йүгереп йөрөп тырышып эшләнеләр.
Фәрит ағайҙы уратып ултырған малайҙар: (һулдан уңға) беренсе рәттә—Билалов Ансар, Баязитов Ильяс, Баязитов Иштуған (мәрхүм), Мөхәмәтйәнов Зиннур (мәрхүм), Яхин Урал, Ҡорманғолов Ирек. Икенсе рәттә— йыл һайын йәй Мәғниттән килеп, беҙҙең ауыл малайы һымаҡ үҫкән Миндеғолов Радик, Ҡорманғолов Радик, Исҡужин Рафиҡ. Ҡеүәтле С-100 тракторҙары ялан ситенә һөрөп ташлаған ағас өҫтөндә—Миндеғолов Вәдүт, Мәғнит ҡунағы Миндеғолов Дамир, Билалов Хәлит, Шәрипов Хафиз (мәрхүм) һәм Билалов Зиһат (мәрхүм).
Фотолағы егеттәр донъя төҙөп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, бына тигән итеп йәшәп яталар. Физик эштән бер ерҙәре лә ҡыйшайманы, киреһенсә, хеҙмәт сынығыуы алып, егәрлелеккә, сослоҡҡа өйрәнеп үҫтеләр. Ә инде мәрхүм ауылдаштарыбыҙ—Зиһат (Фәрит ағайҙың 6 малайының икенсеһе ине), Иштуған ҡустылар һәм Фәрит ағайыбыҙ йөрәгебеҙ түрендә, уларҙың матур тормоштары, яҡшы эштәре, яҡты сырайҙары оноторлоҡ түгел...
Мөнир Фәйзуллин.