Яңы Мөсәт ауылы янындағы урман эсендә бөркөт башы рәүешендә ғәҙәти булмаған «өң» ҡалҡып сыҡты.
Был ябай ҡоролма ғына түгел, ә тәбиғәт менән кешенең тыныс диалогы. Аҡ бөркөт, уның алыҫҡа төбәлгән терегөмөштәй күҙҙәре, көслө суҡыштары ҡышҡы урман тынлығында тере кеүек күренә, тирә-яҡҡа үҙенә генә хас ҡеүәт тарата.
Был яңылыҡ тиҙ арала бөтә республикаға таралып өлгөрҙө. Үҙенсәлекле төҙөлөш алып барған оҫта Алмаз Ишкинин – Яңы Мөсәт ауылы егете. Ауыл мәктәбен, артабан Өфөлә республика инженер лицей-интернатын тамамлай. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында ала. Математика һәм информатика йүнәлешендә уҡып, һөнәре буйынса районда ла, Өфөлә лә эшләй. Әммә күңеле менән тәбиғәткә тартылған егет артабанғы тормошон икенсе юҫыҡтағы һөнәр менән бәйләргә теләй.
-Бала саҡта ағас башында өй төҙөү тураһында хыялландым, — ти Алмаз. -Әммә ваҡыт үтә торҙо, ә хыялдар, ғәҙәттә, «аҙаҡҡа» ҡалдырылған идеялар менән бергә онотола барҙы. Бер йыл элек, офис эсендә ултырып, шуны аңланым: мин хыялдарымды блог аша тормошҡа ашыра алам. Бушкрафт сиктәрендә нимәлер төҙөү, шуны видео аша кешеләргә күрһәтеү, өҫтәүенә, ҡарауҙар (просмотры) аша монетизация яһап, килем алыу мөмкинлеге лә бар бит, тигән уйға килдем. (Бушкрафт - ҡырағай тәбиғәт шарттарында иҫән ҡалыу (йәшәү) өсөн мөмкинлек биргән оҫталыҡ һәм күнекмәләр йыйылмаһы).
Алмаз урман төҙөлөшө менән икенсе йыл шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта төҙөлөш процесын ентекләп видеоға төшөрөп, монтажлап, социаль селтәрҙәрҙә һәм YouTube каналында күрһәтә башлай.
Бөтә Башҡортостан халҡын хайран ҡалдырған был “Бөркөт” проекты тулыһынса тәбиғи материалдарҙан: ағас ботаҡтарынан, ҡайырҙан, туҙҙан, мүктән һәм балсыҡтан эшләнгән. Бөркөттөң суҡыштары асыла, унан эскә үтергә мөмкин. Эстә мейес, өҫтәл һәм һике бар. Уны төҙөү өсөн дүрт ай ваҡыт кәрәк булған. Ошо дүрт айлыҡ эше уның 40 минутлыҡ видеоһында сағыла.
Әйткәндәй, Алмаздың быға тиклем дә үҙ ҡулдары менән төҙөгән ҡоролмалары бар. Мәҫәлән, үҙенсәлекле төҙөлөшлө тағы ла ике өйө урман төпкөлөндә әкиәт өйҙәре кеүек ултыра.
Бөгөнгө көндә Алмаз үҙенең бар ваҡытын тиерлек YouTube блогына бағышлай. Ул унда киләсәктә тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы, кемгәлер тәү ҡарашҡа сәйер булып күренгән ҡоролмалар барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләйәсәк һәм күрһәтәсәк. Блог үҫешенә бәйле, үҙе өсөн аныҡ ритм һәм ваҡыт билдәләгән. Был юлдың финалы иһә — бик ғәжәйеп, шул уҡ ваҡытта матур бер ҡоролма: ағас башындағы йорт. Ул да «Бөркөт» кеүек кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныулы күп һорауҙар тыуҙырыр әле.
Әлегә иһә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп иткән туристик нөктә генә түгел, ә тәбиғәт менән берләшеү урыны ла булған «өйҙө» барып күреүселәр байтаҡ ҡына. “Көн дә тигәндәй, мөрәжәғәт итеп, килеп ҡараусылар бар. Үткән шәмбелә 100-гә яҡын кеше килп китте”, - ти Алмаз.
Оҫта әйтеүенсә, эштәр әле дауам итәсәк. Ҡоролманың эске яғын эшләү, яңы деталдәр өҫтәү күҙаллана. “Бөркөт” яҙға тиклем үҙ урынында буласаҡ. Шуға ла урманға килгән һәр кемдән тәбиғәткә, ҡул хеҙмәтенә һәм кешенең эске хыялдарына ихтирам менән ҡарау һорала.