Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы 1963 йылдың 14 июнендә Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Ғаиләлә туғыҙ бала араһында етенсе бала була. Атаһы – 1926 йылғы Ғилмитдин Ғәйнетдин улы – ябай колхозсынан хисапсы, бригадир, ауыл советы рәйесенә тиклем хеҙмәт юлын үтә. Бөйөк Ватан һуғышында минометчик булараҡ Алыҫ Көнсығышта барған япон милитаристары менән алышта ҡатнаша; Кореяны, Ҡытайҙы азат иткән өсөн, Японияны еңгән өсөн миҙалдар менән наградлана. Әсәһе, Әсмә Шәкир ҡыҙы (1927 йылғы, ҡыҙ фамилияһы – Сәғитова), һуғыш йылдарында урман әҙерләү эшендә, һуғыштан һуң артелдә, колхозда, ауыл магазинында һатыусы булып эшләй.
Фитрат Ғилмитдин улы башланғыс белемде ауылда, урта белемде Иҫке Собханғол мәктәбендә ала. Мәктәптән һуң “Бөрйән” совхозына эшсе булып урынлаша. 1980-1981 йылдарҙа 22-се һанлы Учалы һөнәрселек училищеһында “тракторист-машинист” һөнәрен үҙләштереп, “Бөрйән” совхозында эшләүен дауам итә.
Әрме хеҙмәтен үтәгәс, 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Университетты 1989 йылда уңышлы тамамлап, “Биолог, биология һәм химия уҡытыусыһы” һөнәрен алып сыға. Уҡыу йылдарында спорт менән актив шөғөлләнә: ҡышҡы күбалыш (зимнее многоборье), биатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат дәрәжәһенә ирешә.
1989-2005 йылдарҙа – “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында ғилми хеҙмәткәр, ҡортсолоҡ бүлеге етәксеһе, дөйөм һорауҙар һәм ҡортсолоҡ буйынса директор урынбаҫары.
2005 йылдың сентябренән – Башҡорт дәүләт аграр университетында доцент, кафедра мөдире, Урал аръяғы филиалының уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары, филиал директоры, Урал аръяғы уҡытыу-ғилми үҙәге директоры; физиология, биохимия һәм хайуандар туҡланыуы кафедраһының профессоры.
2016 йылдан ҡурсаулыҡта баш ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.
2000 йылда “Бөрйән солоҡ ҡортоноң балауыҙ биҙенең, осоу мускулының морфофункциональ үҫеше һәм генетик-популяцион үҙгәреүсәнлеге механизмы” темаһына кандидатлыҡ, 2014 йылда “Бөрйән солоҡ ҡортоноң биоморфологик һәм популяцион адаптацияһы” темаһына докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.
Фитрат Ғилмитдин улы – 245 публикацияның, 208 ғилми һәм 37 уҡытыу-методик эшенең, 5 уҡыу пособиеһының, 7 монографияның авторы. Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан хупланған дүрт рекомендация сығара. Ошо уҡ министрлыҡтың селекцион ҡаҙаныштарҙы һынау һәм һаҡлау буйынса Дәүләт комиссияһы тарафынан алты патент алыуға өлгәшә.
Уның етәкселегендә биш кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
2023 йылда оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, ҡурсаулыҡ эшен үҫтереүгә һәм тәбиғәтте һаҡлауға тос өлөш индергәне өсөн Башкортостандың атҡаҙанған экологы исеме бирелде.
Фитрат Ғилмитдин улы тырыш хеҙмәте өсөн күп һанлы Рәхмәт хаты һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, хеҙмәт ветераны.
#АйыҡАуыл2025 #ТрезвоеСело2025 #БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы #ВсемирныйКурултайБашкир #БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы #Ғәҙелгәрәйауылы
#Бурзянскийрайон