Артабан хайуанда сирҙең аныҡ билдәләре беленә башлай: ҡурҡыу сифаттары барлыҡҡа килә - ул яҡтынан, тауыштан, уға ҡағылыуҙарҙан да ҡурҡа, йәшенә. Шайығы ағыу көсәйә, йөндәре йәбешә, күҙҙәре ҡыҙара.
Икенсе стадияла уларҙа агрессия приступтары башлана. Эргә-тирәһендәге әйберҙәрҙе йәки хайуандарҙы, кешене тешләргә тырыша. Уҫаллана, тынғыһыҙға әйләнә. Аҙыҡты йота алмай башлай, тауышы көсһөҙләнә.
Аҙаҡ аяҡ-ҡул, йөҙ, муйын мускулдарын фалиж һуға. Ауыҙын яба алмай башлай, хәлһеҙләнә, аңын юғалта. Тын алыу юлдары ағзалары үҙ функцияһын башҡара алмағанлыҡтан йәнлек йән бирә.
Әгәр ҙә йорттағы хайуандарығыҙҙа үрҙәге билдәләрҙең береһе булһа ла күҙәтелһә, уға үҙ аллы яҡын бармаҫҡа тырышығыҙ, ветеринар табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡотороу менән зарарланған хайуанды дауалау мөмкин түгел. Был ҡот осҡос вирус кеше өсөн дә үтә хәүефле. Бынан берҙән-бер ҡотолоу юлы – зарарлы хайуан тешләгәндән һуң тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итеп, прививка эшләтеү.
Табиптар йорт бесәйе йәки эт тешләгәндә, хатта сапсығанда ла табиптарға мөрәжәғәт итергә, ҡотороуҙан прививка эшләтергә кәрәклеген иҫкәртә.
Яратҡан йорт хайуандарығыҙ ауырымаһын тиһәгеҙ, йыл һайын уларға ҡотороуҙан вакцина эшләтегеҙ һәм ҡырағай хайуандар менән бәйләнешенә юл ҡуймағыҙ, тип белдерә “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” белгестәре.