Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 10:40

Яугирҙарға тағы бер мунса әҙер

-Мунсаның хаҡы 150 мең һумға төштө. Ауыл халҡы, ҡырҙа йәшәгән ауылдаштар ҙа финанс ярҙам күрһәттеләр. Мунсаны район үҙәгенә килтереп ултырттыҡ, - ти МХО-ға һәр саҡ ярҙам итергә тырышып торған райондашыбыҙ.

Яугирҙарға тағы бер мунса әҙер
Яугирҙарға тағы бер мунса әҙер

Әтек ауылында йәшәүсе КФХ етәксеһе Азат Баймөхәмәтовтың инициативаһы менән әтектәр махсус хәрби операция зонаһына ебәреүгә мунса әҙерләгәндәр. Яҡташ яугирҙарға ярҙам итергә теләгән ауыл халҡы аҡса йыйып, Иҫке Мөсәт ауылы оҫтаһы, шәхси эшҡыуар Данир Муллағәлиевтан мунса эшләтеп алған.

-Мунсаның хаҡы 150 мең һумға төштө. Ауыл халҡы, ҡырҙа йәшәгән ауылдаштар ҙа финанс ярҙам күрһәттеләр. Мунсаны район үҙәгенә килтереп ултырттыҡ, - ти МХО-ға һәр саҡ ярҙам итергә тырышып торған райондашыбыҙ. Әйткәндәй, ул былтыр Әтек-Бөрйән юлын ремонтлауҙа ла ҙур эш башҡарған - ауыл халҡын юл ремонтларға сығыуға өндәгән, техникалар йәлеп итеп, юлсылар менән кәңәшләшеп, улар менән бергәләшеп юлды тәртипкә килтергәндәр.

Ил-көн эше өсөн янып йөрөгән, барыһы ла еңеү өсөн, тип тырышҡан райондаштарыбыҙға рәхмәт!

Яугирҙарға тағы бер мунса әҙер
Яугирҙарға тағы бер мунса әҙер
Яугирҙарға тағы бер мунса әҙер
Яугирҙарға тағы бер мунса әҙер
Автор: Альфина Юлчурина
Читайте нас