Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар , 15:00

Хәрби хеҙмәткә бәйле яңы чат-бот

Tелеграмда «Башҡортостандың пилотһыҙ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт» чат-боты асылды («Служба в беспилотных войсках Башкортостан»). Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында бөтә көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.  

Хәрби хеҙмәткә бәйле яңы чат-бот
Хәрби хеҙмәткә бәйле яңы чат-бот

Шулай уҡ Башҡортостанда башбат.рф контракты буйынса саҡырыу тураһында сайт яңыртылды. Махсус операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн булдырылған портал БПЛА ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе - хеҙмәт хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫта бара, йәғни БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары.

Шулай уҡ оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт сроктарын тәҡдим итә. Контракт бер йылға төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Контракт тамамланғас, хәрби хеҙмәткәр эштән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙарға һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана. Илдең оборона ведомствоһы менән контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсереп булмай тип яҙылған.

БПЛА өлкәһендәге контрактсылар тулы социаль пакет ала. Уларға ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған.

БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынған башҡа мөһим мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122-се һан буйынса белергә мөмкин.

Автор: Г. Хафизова
Читайте нас