Элек беҙгә, бөрйәндәр өсөн, Өфө-Сибай поезы (халыҡса – “Башкировоз”) төп транспорт ине. Бер мәл ҡапыл ғына ҡайтырға кәрәк булды. Алдан алып ҡуймағас ней, көнөндә поездың плацкарт, дөйөм вагондарына билет булмай сыҡты, купелыһына ғына бар. Кәрәк тирәк йыҡтыра – студенттың кеҫәһе самалыраҡ, бындай вагонға билет ҡиммәтерәк булһа ла, бүтән юл юҡ – алдым. Вагонға индем, купены эҙләп таптым. Бәй, юлдаштарымдың өсөһө лө ир-аттар. Баҙап ҡалғанымды белдермәҫ өсөн, “Здравствуйте!” тип тегеләрҙе елле генә сәләмләп, урынлаштым.
30 йәштәрҙәге ике ир урыҫтар, ә миңә ҡаршы ултырған 70 йәштәрҙәге бабай ҡаҙаҡмы, башҡортмо. Ҡара йылтыр битле, кешегә сәнсә ҡарап ултырған бабай. Ингәндән алып минән күҙен алманы тиерлек. Башҡа һәр төрлө уйҙар килә башланы. Поезға бит төнгә ҡарай ултырҙым, шулай булғас, ошо кешеләр араһында йоҡларға ла тура киләсәк.
Теге ике урыҫтың миндә артыҡ эштәре лә юҡ һымаҡ, ҡайҙан, кем булыуымды һорашып ултырҙылар ҙа, үҙҙәре менән һөйләшкем килмәгәнде аңлапмы, артыҡ бәйләнмәнеләр. Унан ашана башланылар, миңә лә тауыҡ бото тәҡдим иттеләр. Ләкин мин баш тарттым. Һөйләшә-һөйләшә бер аҡбаштың да башына еттеләр. Улары улар. Ә бына теге бабай һаман минән күҙен алмай. Аптырауға ҡала, ҡурҡа башланым. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй, әүәле йәш кенә башҡорт ҡыҙҙарын көсләп ҡаҙаҡ ҡарттарына кейәүгә биргәндәре тураһындағы хикәйәттәр иҫкә төшөп ҡуя. Урыҫтар мөмкин тиклем оҙағыраҡ ултырһын ине өҫтәл артында, тип уйлайым. Культуралы кешеләр булып сыҡты юлдаштарым – эскәндәрен буйҙарына һеңдереп, урындарына менеп тә яттылар, бауылдашып ултырманылар. Ә бабай ултыра бит, ултыра…Улай-былай бик мәшәүҙән түгеллегемде күрһәтергә теләп, ныҡ-ныҡ баҫып йөрөп, йоҡларға урын әҙерләнем. Һаман ултыра бит күҙ көйөгө булып. Мин ятырға булғас, шулай ҙа сығып торҙо. Серем итеп киткәнмен. Төндә уянып китһәм, поезд үҙ көйөнә генә елдерә, өҫтәге эләүкәләге юлдаштарым йоҡлай. Ә бабайым… һаман ултыра…Кире йоҡлап киткәнмен. Былай ҙа ҡыпандап ҡына ятҡас, кемдеңдер ҡағылыуына күҙҙе лә асмаҫтан һикереп тороп ултырҙым. Йөрәк ярыла яҙҙы – теге бабай миңә эйелеп тора икән.
-Ҡыҙым, поезд оҙаҡ туҡтап торасы, һинең туҡталышың түгелме? Йоҡлап, үҙеңдең төшә торған ереңде үтеп китмә, тейем, - тигән була.
Үрелеп тәҙрәнән тышҡа күҙ һалдым. Инйәр икән. Эйе, унда оҙаҡ ҡына туҡтап тора шул поезд. Тимәк, әле 2 сәғәт самаһы бар Белоретҡа тиклем. Кире йоҡлап киткәнмен. Белоретҡа етәрәк проводница килеп уятты. Йыйына башланым. Минән былайыраҡ бабай йөрәкһеп китте, егеттәрсә етеҙлек менән бер сумкамды ла эләктәреп алды. Йүнле йоҡо бирмәгән бабайға йән көйөбөрөк ишеккә атланым.
Хушлашҡанда бабай: “Йәп-йәш кенә мосолман ҡыҙы булғасың, анауы урыҫтарҙан ҡыҙғанып, төнө буйы һаҡлап сыҡтым үҙеңде, балам. Хәҙер әҙерәк серем итеп алырмын инде”, тимәһенме. Биттәрем янып китте. Оялыштан. Оло кеше тураһында әллә нимәләр уйлап бөткәнем өсөн. Ярай әле, таң ҡараңғылығы ҡуйы ине. Юғиһә, битемдең ҡыҙыллығынан донъя ҡыҙарыр ине… Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды.